Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2022, 09:55

Ут менән һаҡ бул!

Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта: граждандарға 2 меңдән 4 мең һумға тиклем күләмдә штраф ҡаралған; вазифа биләгәндәр өсөн ул 15 мең һумдан 40 меңгә тиклем; юридик шәхестәр өсөн штраф күләме 200 меңдән 400 мең һумға етә;

Ут менән һаҡ бул!
Ут менән һаҡ бул!

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү үҙәге хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың һуңғы дүрт айында республикала бөтәһе 2876 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 76 кеше, шул иҫәптән 2 бала һәләк булған, 90 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Беҙҙең район һәм ҡала буйынса 57 урында янғын сыҡҡан, уларҙа 3 кешенең һәләк булыуы асыҡланған, тән йәрәхәттәре алғандар юҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим ҡабул итергә ҡарар итте. Уның ҡағиҙәләре түбәндәгеләр:

- объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарына тура килмәгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, халыҡҡа кәрәкле мәғлүмәт еткереү, янғын хәүефһеҙлеге саралары менән тәьмин итеү;

- 2020 йылдың 16 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән  «Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим ҡағиҙәләрен раҫлау» 1479-сы ҡарарына ярашлы  янғын хәүефһеҙлеге режимы сараларының үтәлешен контролдә тотоу;

-  биләмәләрҙә янғынға ҡаршы махсус режим осоронда уяулыҡты көсәйтеү, объекттарҙа етәкселек составында дежурстволар булдырыу, профилактика саралары үткәреү, биләмәләрҙе патрулгә алыу;

- халыҡ йәшәгән урындарҙа профилактика саралары ойоштороу;

- янғын хәүефһеҙлеге, балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмау талаптары менән таныштырыу маҡсатында граждандар ҡатнашлығында сходтар һәм йыйылыштар үткәреү;

 - ауыл биләмәләрендә һыу запасы туплау, күңелһеҙ хәл килеп тыуған осраҡта янғын һүндереү хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеү тәртибен аңлатыу, техниканы һыу менән тәьмин итеү урындарын асыҡлау;

- янғын һүндереү техникаһын әҙерләү;

- урман һәм баҫыуҙарға яҡын урынлашҡан объекттар тирәләй ерҙе һөрөү, биләмәне ҡоро үләндән һәм сүп-сарҙан таҙартыу.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сүп-сар яндырыуҙың һәм усаҡ яғыуҙың күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе ихтимал!

Быйылғы яҙҙың сағыштырмаса ҡоро килеүе сәбәпле граждандарға талаптарҙан тайпылмаҫҡа, балаларҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштырырға, шырпы менән шаярыуҙың ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе һәм уның өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылыу осрағы (16 йәштән - административ яуаплылыҡ) хаҡында иҫкәртергә онотмағыҙ. Автомобиль тәҙрәһенән ырғытылған тәмәке төпсөгө лә аяныслы хәлгә килтереүе мөмкин.

Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта:

  • граждандарға 2 меңдән 4 мең һумға тиклем күләмдә штраф ҡаралған;
  • вазифа биләгәндәр өсөн ул 15 мең һумдан 40 меңгә тиклем;
  • юридик шәхестәр өсөн штраф күләме 200 меңдән 400 мең һумға етә;

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле ауыр эҙемтәләр күҙәтелгән осраҡта енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡаралған.

Рәил ҒАЙСИН, Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: