Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2022, 14:20

Төҙөкләндереү эше башланды

Бөгөн программаға ярашлы, ҡаланың 32-се биҫтәһенең 29, 30, 31, 32, 33-сө йорттары ихаталарында күләмле эш башланып тора. Йорт алдарына  яҡтылыҡ приборҙары өсөн бағаналар ултыртыу, машиналар ҡуйыу өсөн өҫтәмә урындар булдырыу, бордюрҙар яңыртыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү күҙаллана.

Төҙөкләндереү эше башланды
Төҙөкләндереү эше башланды

2024 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыласаҡ «Башҡорт ихаталары» милли программаһының маҡсаты - республика биләмәһендәге күп ҡатлы йорттарҙа уңайлы шарттар тыуҙырыу. Төҙөкләндереү эштәре исемлегенә яҡтылыҡ приборҙары ҡуйыу, ихаталарға асфальт түшәү, парковка, спорт һәм уйын майҙансыҡтары, сүп-сар йыйыу өсөн махсус урындар булдырыу, иҫке эскәмйәләрҙе яңыларына алмаштырыу инә.

Беҙҙең районда ла был юҫыҡта бик күп эштәр башҡарыла. Һуңғы йылдарҙа байтаҡ йорт алдары тәртипкә килтерелде, уларға заманса балалар майҙансыҡтары урынлаштырылды.

Бөгөн программаға ярашлы, ҡаланың 32-се биҫтәһенең 29, 30, 31, 32, 33-сө йорттары ихаталарында күләмле эш башланып тора. Йорт алдарына  яҡтылыҡ приборҙары өсөн бағаналар ултыртыу, машиналар ҡуйыу өсөн өҫтәмә урындар булдырыу, бордюрҙар яңыртыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү күҙаллана. Уларҙы «Рефстройпроект» подрядсы һәм субподрядсы «Петролгаз»     ойошмалары башҡарасаҡ.  

Төҙөкләндереү эштәрен октябрь аҙағына тамамлау планлаштырыла.

Республикала эшләп килгән милли программалар сиктәрендә башҡарылған эштәр ҡаланың тышҡы йөҙөн матурларға ярҙам итә. Беҙгә иһә тыуҙырылған күркәмлекте һаҡлап өйрәнергә генә ҡала.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

Һүрәттә: 32- се биҫтәлә ҡыҙыу эш мәле.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: