Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2022, 10:10

Табын йәме - бауырһаҡ, белеп кенә, тәмләп ҡап!

Уңған, һәр яҡлап килгән яҡташыбыҙ Зөлфиә Әхмәтованың бешергән ризыҡтарын тәмләгәндәр аҙ түгел Мәләүездә. Уның аш-һыуға оҫталығын Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондарында, Күмертау ҡалаһында  йәшәгәндәр ҙә белә, шуға ла аят аштарында, никах, туй, юбилей һәм башҡа байрам табындарында тап уның ризыҡтарын күрергә теләүселәр күп.

Табын йәме - бауырһаҡ, белеп кенә, тәмләп ҡап!
Табын йәме - бауырһаҡ, белеп кенә, тәмләп ҡап!

Бауырһаҡ янына тағы сәк-сәк, урама, ләүәш, гөбәҙиә лә теҙелһә, ҡунаҡ өҫтәленән күҙеңде алырмын да тимә! Бигерәк тә әҙерләгән ризығың уңып, ҡабарып бешһә, күңелең күтәрелеп, кешенең байрамы ла үҙеңдекенә  әйләнеп киткәндәй була.

Уңған, һәр яҡлап килгән яҡташыбыҙ Зөлфиә Әхмәтованың бешергән ризыҡтарын тәмләгәндәр аҙ түгел Мәләүездә. Уның аш-һыуға оҫталығын Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондарында, Күмертау ҡалаһында  йәшәгәндәр ҙә белә, шуға ла аят аштарында, никах, туй, юбилей һәм башҡа байрам табындарында тап уның ризыҡтарын күрергә теләүселәр күп.

Зөлфиә Абдулнасир ҡыҙы ҡаланың 11-се «Аҡ сәскә» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Сығышы менән Күгәрсен районының данлыҡлы Тәүәкән ауылы ҡыҙы ҡамыр аштары бешерергә әсәһенән өйрәнә.

- Әсәйем Миңнира Хисаметдин ҡыҙынан кешеләр теге йәки был байрам табынына бауырһаҡ бешертеп ала торғайны. Үҫмер сағымдан уның янында ярҙамлашып йөрөнөм, - ти әңгәмәсем.

Бөгөн ул үҙе татлы ҡамыр ризыҡтарын айырым оҫталыҡ менән бешерә, заказдар ҙа ҡабул итә. Тәрбиәсе эшенең еңел түгеллеге һәр кемгә билдәле, ә Зөлфиә ханым төп хеҙмәтенән тыш сәғәттәр буйына газ плитаһы янында аяҡ өҫтө тороп, сәк-сәк, бауырһаҡ, урамаһын бешерергә нисек ваҡыт таба ла, ҡайҙан көс ала икән һуң? 

- Мин иртә ятып, иртә торорға ғәҙәтләнгәнмен. Заказ булһа, таңғы биштә тороп бешерә башлайым. Уны ниндәйҙер билдәле ваҡытҡа өлгөртөргә кәрәк саҡтарҙа, йоҡо иҫәбенә лә инергә тура килә инде, - ти ул.

Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын тип тап уның кеүектәр хаҡында әйтәләрҙер, балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе тәрбиәләп тә өлгөргән, донъяһын да көткән, тимер атты ла йүгәнләп алған булдыҡлы ханым аш-һыуға ла, башҡа эштәргә лә оҫта.

- Тәүҙә туған-тыумасаға, таныш-тоношҡа ҡунаҡҡа барғанда күстәнәс итеп кенә бешереп алып бара инем сәк-сәк, бауырһаҡты. Кешеләр оҡшатып, яратып ашап, һуңынан үҙҙәренә лә бешереүемде һорай башланы. Шулай яйлап заказ биреүселәр күбәйеп китте. Ризыҡтарымды төрлө байрам табындарында күреп, бер-береһенән ишетеп тә эҙләп таба башланылар үҙемде, - тип йылмая Зөлфиә Абдулнасир ҡыҙы.

Уны төрлө урындарға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә лә саҡырып торалар. Федоровка районына барып, ундағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла урама һәм сәк-сәк бешереү серҙәренә өйрәтеп ҡайтҡан. Күптәр үҙе белгән шөғөлөн бүтәндәр менән уртаҡлашырға ашыҡмай, улар быны ҡот, ҡул арты китеү менән бәйләһә, Зөлфиә ханым ундайҙарҙан түгел. Аш-һыу әҙерләү нескәлектәренә теләгән һәр кемде ихлас өйрәтергә әҙер.

Уның бауырһаҡ, сәк-сәк, урамаларын йыраҡ ҡалаларға һәм өлкәләргә лә алып китәләр, үҙебеҙгә сит яҡтарҙан килгән ҡунаҡтар ҙа күстәнәс өсөн тап ул бешергән милли ризыҡты һайлай. 

- Ҡамырға тотонор алдынан уйҙарымды тәртипкә килтереп, үҙемде ыңғай көйләйем дә, белгән сүрәләремде уҡып, күңел һалып эшкә тотонам. Бешергәнеңдең уңыу-уңмауы кешеһенә лә ҡарай әле ул. Кемгәлер һис ауырлыҡһыҙ, бына тигән итеп бешереп бирәһең, икенсе берәүгә күпме көс һалһаң да, уңдырып булмаған осраҡтар бар, - ти оҫтабикә.

Бер минутын да эшһеҙ үткәрергә өйрәнмәгән Зөлфиә ханым йәй айҙарында ла ялан-ҡырҙан ҡайтып инмәй, күпләп емеш-еләк йыя, ләүәш-бәлештәргә ҡыш буйына етерлек эслек әҙерләп ала. Бынан тыш бәшмәк, ҡыяр, помидор тоҙлай, әллә күпме емеш-еләк ҡайнатмаһы, йәшелсәнән төрлө турама, иҙмәләр яһап та өлгөрә уңған хужабикә.

Теләк һәм тырышлыҡ булһа, бөтә эшкә лә өлгөрөп булалыр, Зөлфиә Абдулнасир ҡыҙы кеүек булдыҡлы кешеләр менән аралашҡандан һуң, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тағы бер ҡат инанаһың.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

 

 

 

 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: