Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2022, 16:15

Бәшмәк тәмле, әммә...

Быйылғы йәй үтә лә ямғырлы. Шуға күрә ялан, урманда бәшмәк күпләп ҡалҡа башланы. Уны яратыусылар тиҙерәк йыйырға ашыға, сөнки был ризыҡтың файҙаһы ҙур, унда холестерин бөтөнләй юҡ, үҙе аҡһымға, В1, В2, Д витаминдарына, калий, селен, антиоксиданттарға бай.

Бәшмәк тәмле, әммә...
Бәшмәк тәмле, әммә...

Быйылғы йәй үтә лә ямғырлы. Шуға күрә ялан, урманда бәшмәк күпләп ҡалҡа башланы. Уны яратыусылар тиҙерәк йыйырға ашыға, сөнки был ризыҡтың файҙаһы ҙур, унда холестерин бөтөнләй юҡ, үҙе аҡһымға, В1, В2, Д витаминдарына, калий, селен, антиоксиданттарға бай. Бәшмәк йыйғанда үтә лә һаҡ булырға кәрәк. Ашарға яраҡлыһын ағыулыһынан айыра беләбеҙ тип уйлаһағыҙ ҙа, ныҡлы тикшерегеҙ, тәжрибәле белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Артыҡ өлгөрөп серей башлаған, ҡарт йәки киреһенсә үтә сей, йәш бәшмәктәргә ҡыҙыҡмағыҙ, юл буйында үҫкәндәрен дә өҙмәү хәйерлерәк. Пластмасс, ҡалай һауыттарҙа бәшмәк тиҙ боҙола, үрелгән кәрзин иң ҡулайы. Шик тыуҙырған, ағыулы бәшмәккә ҡағылмағыҙ. Яраҡлылығын тикшереү маҡсатында сей килеш тәмләп ҡарамағыҙ. Йыйған уңышты алып ҡайтҡас та, яҡшылап йыуығыҙ, уларҙы, ғәҙәттә, 1-2 сәғәт таҙа һыуҙа тоталар, аҙаҡ тоҙло һыуҙа 30-ар минут 3 тапҡыр бешерәләр. Ағыуланыуҙың тәүге билдәләре: ашағандан һуң бер сәғәттән күңел болғана, эс ауырта, ҡоҫтора, эс китә; баш ауырта, тән температураһы күтәрелә; хәлһеҙлек һиҙелә, тән тартыша; һаташыу һәм галлюцинация күҙәтелә. Ярҙам күрһәтеү: - тәү сиратта ағыуланыусыны түшәккә һалырға, ашығыс ярҙам ; врач килгәнсе ваҡ йотомдар менән ҡайнаған һыу эсерергә; яһалма ҡоҫтороп ҡарарға;

Бәшмәк тәмле, әммә...
Бәшмәк тәмле, әммә...
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: