Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2022, 12:40

Ул үҙе лә ләлә сәскәһеләй

Ләлә Сынбулат ҡыҙы Кәримова быйыл алтмыш бишенсе йәйен ҡаршыланы. Уйлай китһәң, ниҙәр генә кисерелмәгән, ниндәй генә һынауҙар, кәртәләр үтелмәгән. Ә шулай ҙа бушҡа, заяға йәшәлмәгән! Халҡым тип яныу, уға лайыҡлы хеҙмәт итеү, хөрмәт ҡаҙаныу - ошо үҙе бәхет түгелме ни?

Ул үҙе лә ләлә сәскәһеләй
Ул үҙе лә ләлә сәскәһеләй

- Әсәй, мин ҙурайғас инженер булам. Инженер, - тип әйтеп ысҡындырҙы сәй эсеп ултырған бәләкәй Ләлә. - Заводҡа эшкә барам, заводҡа.

- Атаҡ, атаҡ, кит малайҙар һүҙе һөйләп ултырма әле.

Әле генә төшкө ашҡа эштән ашығып ҡайтҡан Зуфану инәй ҡыҙының һүҙенә әллә ни иғтибар ҙа бирмәне, ахыры. Биш бала әсәһе бит, уларҙың иһә төрлөһө төрлөсә хәбәр яра. Оло ҡыҙы врач булам тип хыяллана, шөкөр. Ауылдан ситкә бер аҙым сыҡмаған ҡыҙың врач булһа әле! Ә бына яңы ун өс йәшен тултырған Ләләһе ана «завод», «инженер»ҙан һалдыра. Ҡайҙан белә тиһең ул һүҙҙәрҙе?! Кемдән ишеткән тиһең!

Зуфану инәй үҙе һатыусы һөнәрен һайланы ла, хәҙер байтаҡ йылдар Һыртлан ауылы магазинында эшләй.

- Зуфануҙы магазинһыҙ, магазинды - Зуфануһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, - тигән була ауылдаштары. Ярата шул үҙ эшен! Ауыл халҡы ла һатыусыны хөрмәт итеп тора. Тормош иптәше Сынбулат колхоз эшендә булды, уға яҙыу-һыҙыу, документ тултырыу буйынса кеше күп килә торғайны. Әрме хеҙмәтен үтәгән ваҡытында ул биш йыл буйы писарь булған, шуға күрә лә урыҫ, башҡорт телен, ҡағыҙ эштәрен яҡшы белгән.

- Бар-рам, бар-рам! - тип һаман үҙенекен тыҡып ултырған Ләләһенә һоҡланып, йылмайып ҡарап ҡуйҙы әсә кеше. Бигерәк үҙ һүҙле лә инде!

- Ана, исмаһам, апайың кеүек врач булам тиең! Әсхәт менән Шәүҡәт ҡустыларың инженер булыр. Уҡытыусыға уҡырһың...

Бындай һөйләшеү, әлбиттә, бер генә тапҡыр булманы. Математика, физиканы Ләлә һыу кеүек эсте, көслө уҡыусылар менән ярышып, сәмләнеп уҡыны. Уҡытыусылары ла «асҡыс» таба ине шул... Башланғыс класта Менәүәрә апай Зәйнуллина әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләһә, Фәймә Солтанғужина - математикаға ылыҡтырҙы.

Әле генә парта артында уҡып ултырған кеүек булһа ла, байтаҡ йылдар үтеп тә киткән. Мәктәпте тамамлап аттестат алған ҡыҙ ситтән тороп Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға инә һәм Һарыш мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Юғары уҡыу йортоноң физика-математика факультетында белем алған ауылдашы Ринат Ғиниәт улы Латиповтың (авт.- артабан ул район-ҡалала билдәле кеше булды, юғары вазифалар биләне) әйткәне һаман иҫтә:

- Ауыр юлды һайлағанһың, һылыу, ситтән тороп белем алыуы үҙеңә ҡыйын булмаҫмы? Йырып сыға алһаң ярар ҙа...-  тип әллә тағы ла сәмләндерер өсөн әйтте, әллә, ысынлап та институт һынауҙарын еңә алмаҫ, тип уйланы.

Тик был һүҙҙәрҙән һуң йәш ҡыҙ дөрөҫ һәм иң мөһиме, үҙ юлын һайлағанына инанды. Ә еңеле нимәгә уға? Алға, ҡуйған маҡсатҡа өлгәшергә, мотлаҡ диплом алырға тейеш ул!

Апаһы Лилиә уҡып сығып, хәҙер инде кешеләрҙе дауалай. Уның теләге тормошҡа ашты! Ә Ләләнең заводта эшләү хыялы алыҫта тороп ҡалды. Уҡытыусы булғанына ата-әсәһе ныҡ һөйөндө, үҙҙәренсә ғорурланды. Баҡыйлыҡҡа китеүҙәренә байтаҡ йылдар үтһә лә, уларҙың һәр һүҙен, кәңәшен күңел түрендә һаҡлай Ләлә Сынбулат ҡыҙы. Үҙеңдең балаларыңды ла ҡурсалайһың бит, яҡшыны, насарҙы айырырға өйрәтергә тырышҡан булаһың. Шуның өсөн тормош бит ул.

Эш тәжрибәһе туплап өлгөргән ҡыҙ мәктәпте, коллективын, балаларҙы яратып өлгөрҙө. Бар ваҡытын, белемен, көсөн, күңелен уҡытыуға арнаны. Ябай уҡытыусынан етәксе вазифаһына тиклем үрләне, төрлө наградаларға лайыҡ булды. Шулай ҙа Мәләүез районының Почетлы гражданы тигән юғары исем биргәс, аптырабыраҡ ҡалды. Халыҡ үҙен шул тиклем хөрмәт итер, бейеккә күтәрер тип һис уйламағайны, көтмәгәйне.

Заманында Һарыш мәктәбе данын күтәрҙеләр шул, район-ҡалала ғына түгел, бөтә республикаға билдәлелек алған аграр лицейҙа белем алырға теләүселәр йыл һайын артҡандан-артты. Уҡыу йортон йыһазландырыуға, белемде камиллаштырыуға күп көс һалынды.

Уҡыусылары ла йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, һаман да уңыштары менән ҡыуандырып торалар.

Әйткәндәй, Һыртлан ҡыҙы Ләләгә Һарышҡа килен булып төшөргә лә яҙҙы. Ошо ауыл егете Зинурҙың сибәр, тырыш, уңған ҡыҙға тиҙ күҙе төштө. Бөгөн ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә ҡырҡ йылдан ашыу инде. Бер-береһен хөрмәт итеп, ҡәҙерләп, аңлашып тормош көтәләр. Кәримовтар улдары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре менән бәхетле. Ғаилә башлығының «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы төҙөүсеһе» тигән юғары исемгә лайыҡ булыуы ла уның егәрле, бөтмөр, яуаплы кеше икәнлеге хаҡында һөйләй. Хаҡлы ялда булһа ла, тынғыһыҙ Ләлә Сынбулат ҡыҙы өйҙә генә ултырмай. Бер ҡараһаң, ауыл ағинәйҙәре менән төрлө сараларҙа ҡатнаша, икенсе ҡараһаң, баҡса эштәре менән булыша, аш-һыуға бик оҫта үҙе, гәзит-журналын да уҡый. Әйткәндәй, хужабикә ләлә сәскәләре үҫтерергә ярата. Улар уның баҡсаһы тулы. Яҡындарына, хөрмәтле кешеләренә гөлләмәләр бүләк итеп ҡыуандыра. Уҡыуҙа, имтиханға әҙерләнгәндә ярҙам һорап килгәндәргә лә ваҡыт таба.
65 йыл ғүмер күп тә, аҙ ҙа һымаҡ. Ләлә Сынбулат ҡыҙы Кәримова быйыл алтмыш бишенсе йәйен ҡаршыланы. Уйлай китһәң, ниҙәр генә кисерелмәгән, ниндәй генә һынауҙар, кәртәләр үтелмәгән. Ә шулай ҙа бушҡа, заяға йәшәлмәгән! Халҡым тип яныу, уға лайыҡлы хеҙмәт итеү, хөрмәт ҡаҙаныу - ошо үҙе бәхет түгелме ни?
Фәниә БИКМӨХӘМӘТОВА.
Фото ғаилә архивынан.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: