Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 15:04

Етеҙҙәр ярышты

Мәҙәниәт һарайында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған ярыш үтте. Сара күңелле, мауыҡтырғыс булды.

Етеҙҙәр ярышты
Етеҙҙәр ярышты

Мәҙәниәт һарайында медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған ярыш үтте. Сара күңелле, мауыҡтырғыс булды. Һәр бүлексә команда йыйып, көс һынашты, төрлө спорт уйындарында әүҙем ҡатнашты, оҙонлоҡҡа һикереүҙә баскетбол тубын кәрзингә ырғытыуҙа, дартста, йүгереүҙә көс һынашты.

Хирургия бүлексәһенең “Адреналин” команда­һы беренсе урын яуланы,  поликлиниканан  “Ан­тивирус” командаһы - икенсе,  диагностика бү­лексәһе “Лимон” командаһы өсөнсө урын алды. Еңеүселәрҙе күсмә кубок менән бүләкләнеләр. Иң әүҙем, тырыш, юғары һөҙөмтә күрһәткән белгестәр айырым билдәләнде. Оҙонлоҡҡа һикереүҙә Тимур Йәнбәков (врач-терапевт) - беренсе, Владимир Власов (ортопед-травматолог) - икенсе, Руслан Хисмәтов  (хирургия врачы) өсөнсө  урын алды.

Дартс буйынса беренсе урынға медсестра Дарья Бабина, икенсегә - рентгент лаборанты Филүс Дауытов, өсөнсө урынға медсестра Әлиә Ғәлиева сыҡты. Баскетбол тубын кәрзингә ырғытыуҙа Марат Ғайсин (врач-дерматовенеролог) - беренсе, Зифа Дауытова (медсестра) - икенсе, Ирек Буханов  (медицина хеҙмәткәре) өсөнсө булды. Йүгереүҙә лә етеҙҙәр һайлап алынды, ҡыҙҙар араһында беренсе булып Любовь Болдырева (палата медсестраһы) килде, икенсе – Рәмилә Ҡунаҡбаева (функциональ диагностика врачы), өсөнсө - Юлиә Сабирова (палата медсестраһы), ә ир-егеттәр араһында Александр Киселев (хирургия врачы) - беренсе, Марат Ғайсин (врач-дерматовенеролог) - икенсе, Илнар Арыҫланов (медицина хеҙмәткәре) өсөнсө урын яуланы.

Автор:Мархаба Гайнетдинова