Конгэк
+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 15:10

Көслөләр һынатманы

Рәсәй көнө айҡанлы  ҡаланың  спорт һарайында во­лей­бол буйынса ярыш үтте.

Көслөләр һынатманы
Көслөләр һынатманы

 

Рәсәй көнө айҡанлы  ҡаланың  спорт һарайында во­лей­бол буйынса ярыш үтте. Сарала Мораҡ, Толбазы, Мәләүез командалары ҡатнашты. Унда ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙ-ара көс һынашты. Бик күңелле, ҡыҙыу барған уйында һәр команданың  көйөп-янып ултырған көйәрмәндәре лә булды. Аҙаҡ еңеүселәр  миҙалдар, Маҡтау грамоталары һәм кубоктар менән бүләкләнде.

Беренсе урынды ир-егеттәр араһынан мәләүездәр яулаһа, икенсе урынға – Толбазы, ә өсөнсөгә  “M-plast” (Мәләүез) сыҡты.

Мораҡ ауылы ҡыҙҙары - беренсе,  Мә­лә­үез - икенсе, өсөнсө урынды  Толбазы яуланы.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Автор:Мархаба Гайнетдинова