Конгэк
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь , 12:35

Батырлығың ҡалыр хәтерҙә...

Бөгөн мәләүездәр Украиналағы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташтары Руслан Хисамутдинов менән хушлашты. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.  

Батырлығың ҡалыр хәтерҙә...
Батырлығың ҡалыр хәтерҙә...

Бөгөн мәләүездәр Украиналағы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташтары Руслан Хисамутдинов менән хушлашты.

 Мәрхүмдең барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Руслан 1985 йылдың 3 декабрендә Мәләүез ҡалаһында тыуған. 5-се мәктәптә, ҡаланың механика-технология техникумында «Төҙөлөш, биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы эксплуатациялау» бүлегендә уҡыған.
 2009 йылда Кемерово өлкәһенең Юрга ҡалаһында атыусы-зенитсы булып хеҙмәт итә. Армиянан һуң ул Рәсәйҙең иң ҙур «Нова»  компанияһында эшләй. Үҙ һөнәрнең оҫтаһы була.

Хеҙмәттәштәре, дуҫтары, яҡындары Руслан Хәләф улын изге күңелле, намыҫлы һәм ғәҙел кеше булараҡ иҫләй.
Уның ҡатыны һәм ике балаһы ҡалды.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина