Яңылыҡтар
26 Декабря 2022, 10:37

2023 йылда Башҡортостанда газ үткәреү буйынса 219 миллион һумлыҡ 2 190 сертификат буйынса аҡса түләү күҙаллана

1 ғинуарҙан сертификаттарҙың номиналь хаҡы арта - ул 100 мең һум тәшкил итәсәк

Добавить в предпочтительные источники Google
2023 йылда Башҡортостанда газ үткәреү буйынса 219 миллион һумлыҡ 2 190 сертификат буйынса аҡса түләү күҙаллана2023 йылда Башҡортостанда газ үткәреү буйынса 219 миллион һумлыҡ 2 190 сертификат буйынса аҡса түләү күҙаллана
2023 йылда Башҡортостанда газ үткәреү буйынса 219 миллион һумлыҡ 2 190 сертификат буйынса аҡса түләү күҙаллана

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәгән, шәхси йорто йәки милек хоҡуғында өлөшкә эйә булған һәм түбәндәге категорияларҙың береһенә ҡараған Рәсәй гражданы сертификат алырға хоҡуҡлы:

а) «Ветерандар тураһында»ғы федераль закондың 2-се статьяһы 1-се өлөшө 1-се ярҙамсы пунктында атап үтелгән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар https://vk.cc/angEGa

б) «Ветерандар тураһында»ғы федераль закондың 4-се статьяһында атап үтелгән Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары https://vk.cc/ck6gDL

в) махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йәки уларҙың Рәсәй Федерацияһы гражданы булып торған һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәгән ғаилә ағзалары, шул уҡ ваҡытта улар газ менән тәьмин ителергә тейеш булған шәхси торлаҡ йорттоң милексеһе йәки милек хоҡуғында өлөшө булырға тейеш. Был ғаилә ағзалары шул йортта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (ҡатнашҡан) кеше менән өс йылдан ашыу йәшәгән булырға тейеш.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаилә ағзалары иҫәбенә түбәндәгеләр ҡарай:
  рәсми никахта торған ире йәки ҡатыны;
  эшкә һәләтһеҙ йәштәге ата-әсәһе (уллыҡҡа алыусылары);
  ата-әсәһе булмау сәбәпле уны кәмендә 3 йыл тәрбиәләгән һәм (йәки) ҡараған осраҡта, эшкә һәләтһеҙ йәштәге олатаһы һәм (йәки) өләсәһе;
  уны кәмендә 5 йыл тәрбиәләһә һәм (йәки) ҡараһа, эшкә һәләтһеҙ йәштәге үгәй атаһы һәм (йәки) үгәй әсәһе;
  бәлиғ булмаған балалары, 18 йәшкә тиклем инвалид булып ҡалған балалары, шулай уҡ белем биреү ойошмалаһында уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалары;

г) йән башына уртаса килеме Башҡортостан Республикаһында йән башына билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булған инвалидтар;

д) йән башына уртаса килеме Башҡортостан Республикаһында йән башына билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булған инвалид бала тәрбиәлән ғаиләләр;

е) йән башына уртаса килеме Башҡортостан Республикаһында йән башына билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас