Яңылыҡтар
17 Января 2023, 03:36

Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыла

16 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Уҡытыусы һәм остаз йыл сиктәрендә саралар планы тикшерелде. 2023 йылдың был темаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән нығытылды

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асылаӨфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыла
Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыла

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, 2022 йылдың 30 декабрендә 53 сараны үҙ эсенә алған юл картаһы раҫланған. Улар араһында — Өфөлә беренсе уҡытыусы һәйкәлен асыу һәм яңыртылған Мәғарифты үҫтереү тарихы музейы булдырыу.

Октябргә пландарҙа Урта һөнәри белем биреү көнөнә арналған тантаналы саралар, Уҡытыусы һәм остаз йылы хөрмәтенә байрам концерты ҡаралған.

2023 йылда Башҡортостан Башлығы гранттарын йәш ауыл уҡытыусылары, педагогтар һәм сәнәғәт әҙерлеге магистрҙары аласаҡ. Шулай уҡ улар урта һөнәри белем биреү өлкәһендәге гранттар һәм ҡаҙаныштар менән бүләкләнә.

Радий Хәбиров район мәғариф һәм фән министрлығына муниципаль берәмектәрҙең Уҡытыусы һәм остаз йылын үткәреү буйынса стандарт юл картаһын әҙерләргә ҡушты. Уның нигеҙендә ҡалалар һәм райондар үҙҙәренең саралар планын әҙерләргә тейеш.

 

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас