Конгэк
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар , 09:47

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 2023 йылғы президент гранттарының икенсе конкурсында ҡатнаша ала

1 февралдә ғаризалар ҡабул ителә башлай

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 2023 йылғы президент гранттарының икенсе конкурсында ҡатнаша ала
Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 2023 йылғы президент гранттарының икенсе конкурсында ҡатнаша ала

Кемдәр ҡатнаша ала? Конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү тамамланғанға тиклем 6 ай алда Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә теркәлгән коммерцияға нигеҙләнмәгән һәм хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар ҡатнашырға мөмкин. Ентеклерәк мәғлүмәт - күрһәтелгән һылтанма буйынса: https://vk.cc/cl0y5T

Заявканы электрон төрҙә президентскиегранты.рф сайтында бирергә мөмкин, конкурс еңеүселәре июндә билдәләнә, ярҙам күрһәтеләсәк проекттарҙы финанслау 2023 йылдың 1 июленән башлана.

Нисек заявка бирергә - ошонда ҡарағыҙ: https://vk.cc/c5UhCv

Конкурс тураһында положение: https://vk.cc/az4OjS

Әгәр проект буйынса һорауҙарығыҙ бар икән, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә:

  Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге эксперттары проекттарҙы бушлай тикшерә. Бының өсөн тултырылған заявканы, ойошма атамаһын күрһәтеп, [email protected] почтаһына ебәрергә кәрәк.

  Ғаризаларҙы ҡарау, шулай уҡ уҡытыу күнекмәләре графигы Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы сайтында һәм социаль селтәрҙәрендә, Ресурс үҙәге төркөмөндә күрһәтеләсәк https://vk.com/nko_rb

  8 (347) 218-12-52 телефоны йәки [email protected] электрон почтаһы аша өҫтәмә һорауҙар бирергә мөмкин

  Конкурста ҡатнашыу тураһындағы һорауҙарға «Булышлыҡ итеү үҙәге» поддержка.президентскиегранты.рф сайтында яуап табырға була

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 2023 йылғы президент гранттарының икенсе конкурсында ҡатнаша ала
Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 2023 йылғы президент гранттарының икенсе конкурсында ҡатнаша ала
Автор:Аңлатабыҙ.Башҡортостан