Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2023, 16:51

Ирина Абрамова йәмәғәт ярҙамсылары менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе

Сара видеоконференция аша үтте

Ирина Абрамова йәмәғәт ярҙамсылары менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе
Ирина Абрамова йәмәғәт ярҙамсылары менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе

«Контроль һәм күҙәтеү сараларының мөһим ролен инҡар итмәйенсә, институт һәр ваҡыт бизнесҡа административ баҫымды кәметеү яҡлы», — тине Ирина Абрамова. «Тикшереүҙәргә мораторий индереү һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә иғтибарҙы йүнәлтеү кеүек саралар эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхитте артабан үҫтереүгә булышлыҡ итер тип ышанам», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды бизнес-омбудсмен.

Ирина Абрамова сара барышында ярҙамсыларға 2023 йылда эшҡыуарҙарға ҡарата планлы тикшереүҙәрҙе ғәмәлдән сығарыу тураһында хәбәр итте. Быйыл планлы тикшереүҙәр үтә юғары һәм юғары хәүеф категориялы объекттарҙа ғына үткәреләсәк. Ултырышта ҡатнашыусылар дәүләт һәм муниципаль контроль тураһында федераль закондың үтәлеше һәм тикшереүҙәр үткәреүгә ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр буйынса ентекле яуаптар алды, контроль эшмәкәрлектә ҡатнашыу сиктәрендә ниндәй хоҡуҡтарға һәм йөкләмәләргә эйә булыуҙарын белде.

 

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: