Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2023, 14:43

Ҡыш йәмен дә тойоп була

Эшкә бараһың - ҡараңғы, ҡайтаһың ҡараңғы. Тышта йә сатлама һыуыҡ, йә болоҡһоу, йә ҡар яуа. Берсә өшөтә, берсә ҡат-ҡат кейемдән тирләтә. Кә­йеф төшөүен, йыш ауырыу, тире кибеүе, сәстәрҙең боҙолоуын иҫәпкә алһаң, ысынлап та, ҡыш ялҡыта. Тик ҡыштан баш тартып булмай, ә шулай ҙа был миҙгелде еңелерәк үткәрергә мөмкин.

D витамины ҡабул итегеҙ. Ҡояш витамины ул. Шуға ла болотло мәлдә уның етмәүе тойола, һөҙөмтәлә -арыу һәм насар кәйеф. D витаминына аҡ май, сыр һәм башҡа һөт ризыҡтары, йомортҡа һарыһы, балыҡ майы, ыуылдырыҡ, кесерткән, петрушка һәм бәшмәк бай.
Зарядка яһағыҙ. Уяныу менән, тормаған килеш, яңы көнгә йылмайығыҙ, рәхәт итеп кирелегеҙ. Бүлмәне елләтеп, физик күнекмәләр эшләгеҙ.
Душ инегеҙ. Күптәр һалҡын душ ҡойоноуҙы файҙалы тип иҫәпләй, әммә был әллә ни дөрөҫ түгел. Эҫе душ тиҙерәк уятасаҡ һәм организмдың эшен әүҙемләштерәсәк.
Яңы шөғөл табығыҙ. Яңы эш депрессиянан ҡотҡара. Автомобиль йөрөтөү, сит тел өйрәнеү, фитнес, бейеү йәки йөҙөү менән шөғөлләнегеҙ. Унда яңы кешеләр менән танышырһығыҙ, яңы тәьҫорат һәм энергия алырһығыҙ.
Йәйәү күберәк йөрөгөҙ. Саф һауа һәм күнекмәләр ҡан әйләнешен яҡшырта, нервыларҙы көйләй, тынысландыра, кәйефте күтәрә.
Музыка тыңлағыҙ. Күңелле генә көй һәм үҙегеҙгә оҡшаған музыка ауыр уйҙарҙан арынырға ярҙам итер.

Ҡыш йәмен дә тойоп була
Ҡыш йәмен дә тойоп була
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: