Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2023, 14:29

Ҡоштарҙы ҡышын ашат

Йыл һайын районыбыҙ мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында ҡоштарҙы ҡышҡы һыуыҡта һаҡлау өсөн “Тағараҡ” экологик акцияһы үткәрелә

Ҡоштарҙы ҡышын ашат
Ҡоштарҙы ҡышын ашат

Ҡыш миҙгеле ҡоштар өсөн бик ауыр, шуға ла улар кешеләргә яҡыныраҡ булырға тырыша. Уларҙы сатлама һыуыҡта һаҡлау өсөн балалар ата-әсәләре менән бергәләшеп йыл һайын тағараҡ эшләй. 15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә был эштә бик әүҙем.

Бындай акция ҡошсоҡтарға ҡышҡы һыуыҡта ярҙам кәрәклеге тураһында иҫкәртә, кескәйҙәрҙе хеҙмәткә һәм изгелеккә өйрәтә. Урамға сыҡҡан һайын беҙ тағараҡтарҙы тикшереп торабыҙ. Сабыйҙар беҙҙең яҡта ҡышлаған ҡоштар тураһында мәғлүмәт ала, уларҙың кешеләргә файҙаһы хаҡында һөйләшәбеҙ. Улар беҙҙең ысын дуҫтарыбыҙ, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәштә арыу-талыуҙы белмәгән ышаныслы ярҙамсылар.

Тағараҡты ябай ғына пластик һауыттан да эшләп була, тик көн дә һыйларға онотмағыҙ. Ҡыҙҙырылмаған көнбағыш, һоло, тары, аҡ икмәк валсығы, сәтләүектәр һм киптерелгән емештәр һалырға мөмкин. Ҡоштарҙы ҡышын ашат, ә улар һиңә яҙ ярҙам итер!

Лилиә ХӘСӘНОВА, тәрбиәсе.

Фото 15-се балалар баҡсаһы архивынан.

Һүрәттә: Кескәйҙәр үҙҙәре эшләгән тағараҡтарға ем һала.

 

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: