Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2023, 07:30

Тырышлыҡ

Донъялыҡтағы тормошон хәстәрләмәгән, тырышлыҡ һалмаған милләт ярлы ҡала. Һө­ҙөмтәлә башҡа милләт алдында мохтаж була. Бындай милләт үҙ аллылығын юғалта һәм Аллаһ ҡаршыһында ғибәҙәтен теүәл үтәүҙән мәхрүм була. Балаларын уҡыта алмай, мәҙәниәтен, мәғрифәтен юғалта, наҙан булып ҡала. Ундай милләттең дине, иманы зәғифләнһә, рухы ла һына. Рухы һынған милләт йәшәй алмай...

Тырышлыҡ
Тырышлыҡ

Донъялыҡтағы тормошон хәстәрләмәгән, тырышлыҡ һалмаған милләт ярлы ҡала. Һө­ҙөмтәлә башҡа милләт алдында мохтаж була. Бындай милләт үҙ аллылығын юғалта һәм Аллаһ ҡаршыһында ғибәҙәтен теүәл үтәүҙән мәхрүм була. Балаларын уҡыта алмай, мәҙәниәтен, мәғрифәтен юғалта, наҙан булып ҡала. Ундай милләттең дине, иманы зәғифләнһә, рухы ла һына. Рухы һынған милләт йәшәй алмай.
Айырым кеше лә шулай уҡ диненән, мә­ҙ­­ә­ниәтенән, мәғрифәтенән, теленән, ғө­рөф-ғәҙәтенән айырылһа, тормошта ауыр хәлгә төшә, мандый алмай, көнкүреш кимәле төшә, тормош төпкөлөнә ырғытыла. Донъя ғәменә саманан тыш бирелеп, әхирәт ғәмен онотҡан кешенең дә хәле тап шулай. Шундай кешеләр күбәйһә йәки тотош милләттең күпселеген тәшкил итһә, дин, иман зәғифләнә, мәсеттә намаҙ уҡыусылар кәмей, өлфәт һәм мөхәббәт бөтә, кешенең дәрәжәһе аҡсаһы күпме булыу­ға ҡарап ҡына билдәләнә башлай, тәкәбберлек арта, дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек тойғолары юғала. Был хәлдең икеһе лә аяныс - шуға күрә мосолман кешеһе донъя ғәмен дә, әхирәт ғәмен дә тигеҙ ҡайғыртырға тейеш.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, бер хәҙисендә шулай тигән: «Донъялыҡ өсөн һис үлмәҫ кеше кеүек тырыш, әхирәт өсөн үләсәк кеше кеүек тырыш».

Дини календарҙан.

Тырышлыҡ
Тырышлыҡ
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: