Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2023, 11:04

Башҡортостанда 68 IT-белгес льготалы ипотека алған

It-белгестәр өсөн льготалы ипотеканы Башҡортостандың 68 кешеһе алған. 2022 йылда 424 миллион һум суммаһына 65 кредит бирелгән, тағы өсәүһе 32,62 миллион һумға 2023 йылдың ғинуарында ала

Башҡортостанда 68 IT-белгес льготалы ипотека алған
Башҡортостанда 68 IT-белгес льготалы ипотека алған

Был программа буйынса максималь ставка йылына 5 % тәшкил итә, әммә төбәк һәм банк программалары иҫәбенә уны кәметергә мөмкин. Әйтәйек, 2022 йылдың декабрендә Башҡортостан Хөкүмәте ДОМ.РФ акционерҙар йәмғиәте менән республика IT-компанияларының ипотека ставкаһын 4 процентҡа тиклем кәметеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. 

Шул уҡ ваҡытта илдең Хөкүмәте «IT-белгестәр» өсөн льготалы ипотека алыу ҡағиҙәләрен ябайлаштыра. Мәҫәлән, хәҙер 18 йәштән 50 йәшкә тиклемге кешеләр (элек 22 йәштән 44 йәшкә тиклем) льготалы торлаҡ кредиты ала аласаҡ. Минималь эш хаҡы буйынса талаптар ҙа кәметелгән: ҙур ҡалаларҙа 150 000 һумдан алып 120 000 һумға тиклем, башҡа тораҡ пункттарҙа 120 000 һумдан 70 000-гә тиклем. Мәскәү өсөн талаптар бер төрлө булып ҡала — 150 мең һум.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был программа буйынса 18 миллион һумға тиклем кредит алырға мөмкин. Банктар яңы шарттарҙа льготалы ипотека алыуға ғаризалар ҡабул итә. Тәүге кредиттарҙы биреү 2023 йылдың 7 февралендә башлана.

Бынан тыш, программаны 2024 йылда киңәйтеү планлаштырыла. Ярҙам сараһы менән 20 меңгә яҡын IT-белгес файҙалана алыр тип күҙаллана. Өс йыл эсендә генә, 2022 йылдан 2024 йылға тиклем, программа Рәсәйҙең IT-компанияларының 50 меңгә яҡын хеҙмәткәренең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

фото profile.ru сайтынан

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: