Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2023, 12:45

Өфө дәүләт нефть-техник университеты фәһемле осрашыу үткәрҙе

Уҡыу йорто вәкилдәре менән сығарылыш кластар 4-се мәктәптә осрашты. Белем усағы тормошо һәм уҡырға ҡабул итеү ҡағиҙәләре менән яҡындан таныша алды

Өфө дәүләт нефть-техник университеты фәһемле осрашыу үткәрҙе
Өфө дәүләт нефть-техник университеты фәһемле осрашыу үткәрҙе

Һәр факультет вәкилдәре төрлө йүнәлештәрҙә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. 

Программа буйынса уҡыусылар «Бәхет технологияһы - дөрөҫ һайларға өйрәнәбеҙ», «Туҡыма әйберҙәрҙе биҙәү. Биҙәк техникаһы», «Нефтте эҙләүҙә», «Биш минутлыҡ тынлыҡ» (Янғын-ҡотҡарыу узелдары һәм тәүге ярҙам),  «Аҡсаны яҡшылап белеү», «Ғәжәйеп идеяларҙы алға һөрөү һәм рекламалау», «Макарон төҙөүсе» уйындары һәм инженерҙар квизы уҙғарылды. Өфө дәүләт нефть техник университетының Туризм кафедраһы доценты, ҡунаҡхана һәм ресторан сервисы доценты, Өфө дәүләт нефть техник университетының технология һәм кейем констуркциялау кафедраһы доценты, шулай уҡ юғары уҡыу йорто студенттары оҫталыҡ дәрестәре, уйындар үткәрҙе. 

Уҡырға ҡайҙа барырға? Сығарылыш класс уҡыусылары араһынан берәүҙәр буласаҡ һөнәрен күптән билдәләп, үҙенә кәрәкле уҡыу йортон һайлап өлгөрһә, икенселәр өсөн был һорау асыҡ ҡала. 

Сараның төп маҡсаты техник профилгә өҫтөнлөк биргән уҡыусыларҙы республиканың төп юғары уҡыу йорттарының береһе менән таныштырыу ине.

Өфө дәүләт нефть-техник университеты фәһемле осрашыу үткәрҙе
Өфө дәүләт нефть-техник университеты фәһемле осрашыу үткәрҙе
Өфө дәүләт нефть-техник университеты фәһемле осрашыу үткәрҙе
Өфө дәүләт нефть-техник университеты фәһемле осрашыу үткәрҙе
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: