Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2023, 16:11

Башҡортостандың картаһын сигеүсе иң йәш оҫта ҡыҙға 16 йәш

Ә иң "олоһо" — Йылайырҙан Рәйсә Янбаева. Уға 74 йәш.Башҡортостандың тәүге сигелгән картаһы Китап Байрам исемендәге Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә тәҡдим ителде. Уны бөтә республиканан 28 оҫтаның көсө менән булдырған.

Башҡортостандың картаһын сигеүсе иң йәш оҫта ҡыҙға 16 йәш
Башҡортостандың картаһын сигеүсе иң йәш оҫта ҡыҙға 16 йәш

Унда 54 муниципаль район бар, шуларҙың 26-һын Ғәбиҙә Вәлиева, ҡалғандары — баҫыу оҫталары, тип белдерҙе проект координаторы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Зарина Хәсәнова.

Китап Байрам йәрминкәһенән һуң ул 2023 йылдың авгусында Бөтә Рәсәй «Сигелгән Рәсәй» фестиваленә бара, ә һуңынан район музейҙарында һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейында күргәҙмәгә ҡуйыла. Проект Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты буйынса тормошҡа ашырылды.

фото https://mgazeta.com

 

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: