Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь , 12:17

Илмира ФӘЙЗУЛЛИНА: "Атайымды иҫкә алмаған көн юҡ"

Бөгөн, 25 июндә, ҡәҙерле иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ, ҡартәтейебеҙ Фәйзуллин Юлай Шакир улының йөрәге тибеүҙән туҡтауға 40 көн тулды.

Илмира ФӘЙЗУЛЛИНА: "Атайымды иҫкә алмаған көн юҡ"
Илмира ФӘЙЗУЛЛИНА: "Атайымды иҫкә алмаған көн юҡ"

Уны иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ. Баҡсаға сыҡһаҡ, уның ҙур һөйөү менән баҡсала үҫентеләрҙе ултыртҡан, тәрбиәләгән көндәрен иҫкә төшөрәбеҙ. Өй тупһаһына ултырһаҡ беҙҙе ҡаршы алған һәм оҙатып ҡалған әтей образы күҙ алдына килә. Гәзит-журнал алып килһәләр, тәү сиратта, әтейебеҙҙең уҡыуға булған һөйөүен, нисек итеп беҙгә тарих һөйләргә яратҡанын, белеме менән уртаҡлашыуын иҫкә төшөрәбеҙ. Гармун тауышы ишетһәк, күңел һаман уны көтә: яҡындар, туғандар осрашҡанда ҡулында һәр саҡ гармуны булды. Йыр-моң яратҡан, ауыл урамдарын гармун менән үткән кеше, ауылдаштарҙы бейетеүсе ине ул. Үҙе лә йәш сағында бик оҫта бейеүсе булған.

Яҡыныбыҙҙың мәңгелек донъяға күсеүе бөтә туғандарҙың да йөрәгендә тәрән яра ҡалдырҙы. Сөнки ул ҙур ғаиләлә өлкән ул, ағай ине. Бигерәк тә 15 июндә - уның юбилейлы 75-се тыуған көнөндә - йән яраларыбыҙ үкһеп һыҙланы. Беҙ уны ошо матур юбилейы менән ҡотларға, рәхмәт һәм һөйөү һүҙҙәрен белдерергә әҙерләнә  инек. Юғалтыу ҡайғыбыҙҙың тәрәнлеген һүҙ менән әйтеп бөтөрлөк түгел…

Беҙҙең әтей эшһөйәр, хәстәрлекле, һиҙгер кеше ине, эргә-тирәһендәге барыһына ла – ғаиләбеҙгә, дуҫтарына, коллегаларына, ауылдаштарына ныҡ иғтибарлы булды. Уның изгелеге һәм йомартлығы һәр белгән кешенең йөрәгендә ҡалғандыр, тибеҙ.

Ҡәҙерле иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ, ҡартәтейебеҙҙе белгән һәр кем беҙҙең менән бергә изге һүҙҙәр менән иҫкә алһын ине. Мәңгелек йоҡолары тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын ҡәҙерлебеҙҙең!

Ҡатыны, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләсәре.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: