Таныҡлыҡ юллау өсөн хәрби хеҙмәткәр хәрби часть командирына рапорт бирергә тейеш. Хәрби хеҙмәттән бушатылған граждандарға йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә һәм:
- ғариза;
- 3 × 4 см (уң мөйөшлө ябай ҡағыҙҙа) ҙурлығында ике фотоһүрәт;
- паспорттың күсермәһе (өсөнсө бит);
- хәрби хеҙмәткәрҙең шәхесен раҫлаусы документтың күсермәһе;
- хәрби хеҙмәтте раҫлаусы документтар – булған осраҡта (хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу тураһындағы бойороҡтарҙан өҙөмтәләр).
Хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы иң күбе 30 көн эшләнә.
Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ:
Хәрби хәрәкәттәр ветеранының электрон таныҡлығы нимә ул һәм уны нисек алырға?
Хәрби хәрәкәттәр ветеранының электрон таныҡлығы тураһындағы һорауҙарға яуап бирәбеҙ
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан