Ошо көндәрҙә һәр кем үҙенең һайлау участкаһына килеп, иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем үҙе теләгән кандидатҡа тауыш бирә ала.
Участкаға килә алмағандар өсөн өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге бар. Тик бының өсөн комиссия ағзаларына алдан хәбәр итергә кәрәк.
Мәләүез районы халҡы ил һәм республика киләсәге өсөн мөһим булған һәр сәйәси ваҡиғала әүҙем ҡатнаша.
Быйылғы һайлауҙа ла килеп, Башҡортостандың киләсәге өсөн үҙ тауышығыҙҙы бирер, тип ышанабыҙ.