Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь , 17:45

Дүрт талантлы яҡташыбыҙға премия тапшырылды

Башҡортостандың ысын патриоты , күренекле яҙыусы, яҡташыбыҙ, күп яҡлы талант эйәһе Булат Рафиҡовтың 90 йыл тулыу айҡанлы хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙҙы. Унда дүрт яҡташыбыҙға әҙәби премияһы тапшырылды.

Дүрт талантлы яҡташыбыҙға премия тапшырылды
Дүрт талантлы яҡташыбыҙға премия тапшырылды

Донъяның матурлығын бөтә йөрәге менән тойоп йәшәгән ижадсы, сал Уралдың аҡһаҡалы , күп яҡлы талант эйәһе булған Булат Рафиҡовтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә  дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьеттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге дәүләт бюджет учреждение директоры Данир Ғәйнуллин, шағирә, драматург, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙина, “Ағиҙел“ журналының баш редакторы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Мөнир Ҡунафин,  “Ағинәйҙәр ҡоро” республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш редакторы Гөлфиә Янбаева, шағир, яҙыусы, арҙаҡлы драматург, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Наил Ғәйетбаев, башҡорт ырыуҙары ҡоро рәйесе Вельмир Аҙнаев, юрматы ырыуҙары ҡоро рәйесе Риф Иҫәнов, Булат Рафиҡовтың ҡыҙҙары Гөлназ һәм Гөлсәсәк апайҙар һәм тағы бик күп ҡунаҡтар килгәйне.

Талантлы шәхестең яҡты рухын халҡы күңелендә тағы ла тәрәнерәк  һаҡлау, төбәктең халыҡ талантын, ижади әүҙемлеген үҫтереү, уларҙы дәртләндереү маҡсатында 1999 йылда Мәләүез районы хакимиәте тарафынан Булат Рафиҡов исемендәге премия булдырылғайны. Ул ике йылға бер тапҡыр әҙиптең талантлы яҡташтарына бирелә. Быйыл ул Дәүләтҡол ауылында йәшәүсе ҡул эше оҫтаһы Ғәйнулла Рахманғоловҡа, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Мәләүез ҡалаһының почетлы гражданины Юнир Аҙнағоловҡа, оҙаҡ йылдар сәнғәт өлкәһендә эшләп, әлеге көндә лә ижади эшләүен дауам иткән, үҙ өйөндә музей булдырған, үҙ ҡулдары менән кеше ҙурлыҡ милли кейемле ҡурсаҡтар яһаған Фәнисә Бикбаеваға, ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, улар өсөн ижад иткән Гөлнур Шәриповаға (Семеноваға) тапшырылды.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: