Ҡырым Республикаһының сәнәғәт һәм сауҙа министры Анушаван Агаджанян әйтеп үткәненсә, бөгөн сәнәғәт тармағында 62 мең кеше эшләй һәм, беренсе сиратта, улар иҫкергән производстволарҙы модернизациялау менән шөғөлләнә.
- Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында беҙ предприятиеларҙы модернизациялауҙы уңышлы уҙҙырҙыҡ. 2014 йылдан Ҡырым санкциялар аҫтында, һәм шул ваҡыттан бире импортты алмаштырыу буйынса уңышлы эш алып барыла. Импортты алмаштырыу буйынса эшләүсе предприятиелар динамик рәүештә үҫә, уларҙың продукцияһына ихтияж ҙур. Инвестицион проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу дәүләт ярҙамы нәтижәһендә мөмкин булды, - тине ул.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте