Башҡортостан Башлығы үҫ сығышында форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм әлеге дискуссия майҙансығының юғары нәтижәлелеген әйтеп үтте.
– Был мөһим сара киң халыҡ-ара әһәмиәткә эйә һәм, әлбиттә, Рәсәй өсөн дә, беҙҙең республика өсөн дә бик мөһим. Форумды ойоштороусыларҙың уны уҙдырыу дауам итергә тигән ҡарар ҡабул итеүе дөрөҫ, сөнки ул баштан уҡ бик етди ҡатнашыусылар даирәһен йыйҙы, - тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе, шулай уҡ, Рәсәй бизнес даирәһенең, предприятие етәкселәренең илдең тотороҡло үҫешенә кереткән өлөшөн юғары билдәләне.
– Тырышлыҡ, интеллектуаль эш нәтижәһендә беҙ ҡатмарлы шарттарҙа берләшә алдыҡ, яңы партнерҙар таптыҡ, етештереү, логистика, финанс сылбырҙарын үҙгәртә барҙыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Сығанаҡ Ҡыҙыл таң гәзите