Конькиҙар үлсәм буйынса һайланырға тейеш – ул аяҡты ҡыҫып торорға йәки артыҡ ҙур булырға тейеш түгел.
Конькиҙың йылыһын йәки йылы ойоҡбаш менән кейерлеген һайлағыҙ.
Конькиҙың бауҙарын мөмкин тиклем нығыраҡ бәйләргә кәрәк.
Йылы, еңел һәм иркен кейем кейегеҙ, шулай уҡ бирсәткә йәки бейәләй онотмағыҙ.
12 йәшкә тиклемге балалар өлкәндәр менән бергә генә шыуырға тейеш.
Әгәр боҙҙа ышанысһыҙ шыуһағыҙ, һаҡланыу саралары – шлем, терһәкте, тубыҡты һаҡларлыҡ әйберҙәр ҡулланығыҙ.
Боҙға киҫкен хәрәкәт эшләмәй генә бортҡа тотоноп сығығыҙ.
Ҙур тиҙлектә шыумағыҙ һәм башҡа кешеләр менән дистанция һаҡлағыҙ.
Йығылһағыҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк торорға тырышығыҙ. Әгәр тора алмаһағыҙ, ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ.
Һырғалаҡта нимә эшләргә ярамай?
Йүгерергә, һикерергә, этешергә, сүп-сар ташларға
Боҙҙағы кешеләр ағымына ҡаршы шыуырға
Боҙҙо боҙорға: уны коньки йәки башҡа әйберҙәр менән соҡорға, теләһә ниндәй әйберҙәр ташларға, шыйыҡса ҡойорға, ниндәй ҙә булһа матдәләр һибергә
Боҙға хайуандар менән сығырға
Шартлағыс һәм еңел янып китә торған матдәләр (шул иҫәптән пиротехника) ҡулланырға
Тәмәке тартырға һәм иҫерек килеш килергә.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан