ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
26 Декабрь 2016, 12:55

Ҡышҡы әкиәттә - ҡунаҡта

Балаларҙың ғына түгел, уларҙың атай-әсәйҙәре лә түҙемһеҙлек менән көтөп алған Яңы йыл тамашалары башланды.

Балаларҙың ғына түгел, уларҙың атай-әсәйҙәре лә түҙемһеҙлек менән көтөп алған Яңы йыл тамашалары башланды.



Кесе йомала ҡала мәҙәниәт һарайында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн район Хакимиәте башлығы шыршы байрамы үтте.


Тамаша залына йыйылған балаларҙы, уларҙың атай-әсәйҙәрен етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов йыл һәр кемдең ғаиләһенә, йортона именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар килтереүен, хыялдар тормошҡа ашыуын, өмөттәр аҡланыуын, һәр кеше үҙ урынын, тәғәйенләнешен табыуын, осор бәхетле ваҡиғаларға, мөғжиҙәләргә бай булыуын теләне. Ә балалар мөғжизәгә ысынлап ышана. Яңы йыл сараларына алдан уҡ әҙерләнә башлауҙары ла, Ҡыш бабайға хаттар яҙыуҙары ла шуны дәлилләй. Төрлө костюмдар һайлай, битлектәр эшләй улар. Ҡыҙҙар күберәк Ҡарһылыу, Ҡыҙыл башлыҡ, изге күңелле фея кеүек яратҡан әкиәт геройҙары образдарын һынландырһа, малайҙар төрлө йәнлектәр булып кейенгән. Улар араһында шулай уҡ “гном”дарҙы, “үрмәксе-кеше”ләрҙе күрергә була ине.


Былтыр балалар “Винни-пух мәҙәктәре” тип аталған Яңы йыл тураһында музыкаль әҫәр ҡараһа, быйыл изгелек һәм яуызлыҡ, күңел йылыһы, мәрхәмәтлек тураһында ҡышҡы әкиәт менән танышты.


Әкиәт геройҙары Ҡар бабайҙар, Ҡарһылыу, Ҡыш бабай менән бергә музыкаль әҫәрҙең башынан аҙағынаса кеше тормошон биҙәгән изге эштәр, яҡшы мөнәсәбәт, киң күңеллелек, йомартлыҡ кеүек иң матур сифаттарҙы юллап, мауыҡтырғыс сәфәр ҡылды.


Тамашанан һуң улар Яңы йыл шыршыһы урынлашҡан дискозалға йүнәлде. Унда улар өсөн йылдағыса күңелле уйындар, конкурстар ойошторолдо. Байрамдан һуң һәр балаға район Хакимиәте әҙерләгән бүләк тапшырылды. Быйыл Яңы йыл бүләгенә 216 бала лайыҡ булды.
Читайте нас: