Тимер-бетон ҡоролмалары заводында иретеп йәбештереү номинацияһында "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсы үтте. Унда үҙҙәренең белемен һәм һөнәри оҫталығын предприятиенан Александр Белоусов, Эльмир Кәбиров, Сергей Чернов, Благовещенск тимер-бетон етештереү заводынан Руслан Немзоров, Илюс Хажиәхмәтов, Руслан Хәмиҙуллин, Салауат металл ҡоролмалары заводынан Илнур Шаһманов, Игорь Баранов, Константин Алонцев, Мәләүез индустриаль колледжы студенттары Хайрулло Дилмөхәмәдов, Алексей Масальский һәм Азамат Сафиуллин көс һынашты. Конкурстың төп маҡсаты - эшсе һөнәренең абруйын күтәреү, иретеп йәбештереү өлкәһендә ҡаҙаныштарҙы һәм алдынғы тәжрибәне пропагандалау, эштең сифатының һәм эффективының методтарын танытыу, эшсе һөнәренә йәш быуынды йәлеп итеүгә булышлыҡ күрһәтеү. Конкурсты Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалары заводының директоры Рәмил Мәзитов асты. Ул конкурсанттарҙы ҡотлап, уларға уңыштар теләне. Ярыш ике этапта үтте. Беренсеһендә пластинаны иретеп берләштергәндән оҫталыҡтарын ғәмәлдә күрһәттеләр, технология буйынса күнекмәләр тикшерелде. Технология буйынса ғына түгел, ә хеҙмәт һағы хәүефһеҙлеге буйынса белемдәр тикшерелде. Теоретик этап уҡыу корпусында үтте. Унда ҡатнашыусылар тест формаһында 15 һорауға яуап бирҙе. Һәр дөрөҫ яуап өсөн 1-әр балл өҫтәлде. Уларҙы абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Бөтәһе лә түҙемһеҙлек менән һөҙөмтәләрен көттө. Ниһәйәт, комиссия ағзалары беренсе урынды Константин Алонцев, икенсе урынды Игорь Баранов, өсөнсө урынды Эльмир Кәбиров яулайын белдерҙе.