Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
27 Ноябрь 2017, 15:56

Әсәйҙәр - ғүмер бүләк итеүселәр

Йыл һайын Әсәйҙәр көнө алдынан яңы тыуған балаларҙы балатабыу йортонан тантаналы сығарыу сараһы ойошторола.

Был көндә унда, ысын мәғәнәһендә, сәскәләр, шарҙар, бүләктәр, ҡотлауҙар һәм теләктәр хакимлыҡ итә. Кескәйҙәргә, әсәләргә Башҡортостан Башлығының, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының бүләктәре, тыуыу тураһында документ тантаналы шарттарҙа тапшырыла.
Быйыл да был сара тантаналы шарттарҙа үтте. Иҫтәлекле көн менән йәш әсәй һәм атайҙарҙы район Хакимиәте муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар эше секторы етәксеһе Марсель Ибраһимов, ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Менчикова, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Жанна Ғәйетҡолова, үҙәк район дауаханаһы баш врачы урынбаҫары Наталья Забелина, бала табыу йорто мөдире Людмила Машенцева ҡотланы. Сығыш яһаусылар әсәй булыу ул бәхет кенә түгел, ә ҙур яуаплылыҡ та икәнлеген билдәләне. Әсәйҙәрҙең күңеле һәр ваҡыт тыныс, ә сабыйҙарҙың киләсәге ҡояшлы, яҡты булыуын теләне. Динар - Нәфисә һәм Азат Вәлиевтар, Ян - Марина һәм Альберт Хәлитовтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Ә Артем - Юлия һәм Сергей Афанасьевтарҙың етенсе сабыйы. Бөтәһе лә - көтөп алынған балалар. Әсәй һәм атайҙарҙың бәхетен уртаҡлашырға өләсәй-олатайҙары, яҡын туғандары ла килгән. Уларҙың бөтәһе лә йәш әсәйҙәргә, кескәйҙәргә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне, ошондай шатлыҡлы көн бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ғөмүмән, был көндә әсәләргә генә түгел, ә тотош бала табыу йортоноң хеҙмәткәрҙәренә йылы һүҙҙәр яңғыраны. Ҡатын-ҡыҙҙың әсә булыу бәхетен татыуында, һис шикһеҙ, медицина персоналдарының да роле ҙур.
Изге теләктәр, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраған, гөлләмәләргә күмелгән был көн тантанала ҡатнашҡандарҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Һүрәттә: Марина һәм Альберт Хәлитовтар улдары Ян менән.
Автор фотоһы.