Ҡала мәҙәниәт һарайында эшҡыуарҙар һөнәри байрамын билдәләне. Тантанала йыйылыусыларҙы район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов тәбрикләне.
- Тормошто эшҡыуарлыҡһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Беҙ - илһөйәр халыҡ. Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙы алырға, хеҙмәтләндереү өлкәһе менән файҙаланырға тырышабыҙ. Бөгөн эш урынының 50 процентын эшҡыуарҙар тәьмин итә, - тине ул үҙ сығышында.
Рөстәм Наил улы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеше район тормошона ыңғай тәьҫир иткәненә туҡталды. Төбәк етәкселеге тарафынан эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтелеүен билдәләне. Ул изге теләктәрен еткереп, иң әүҙем эшләгәндәргә, атап әйткәндә, Юрий Брежнев, Николай Койков, Максим Мизин, Сергей Волков, Дмитрий Барон, Сурен Пилтоян һәм Юрий Горбуновтарға Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
“Мәләүез эшҡыуарҙары союзы” йәмғиәте рәйесе Гүзәл Суслова ла ҡотлау сәләмдәре менән сығыш яһаны. Эшҡыуарлыҡ эшенең еңел түгеллеген, шуға күрә был өлкәлә сәмле, тәүәккәл, эшһөйәр, тырыштар ғына юғары күрһәткестәргә өлгәшә алғанын билдәләне.
Сара мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән музыкаль программа менән үрелеп барҙы. Гүзәл Мөхтәр ҡыҙы бөтәһе 15 номинация буйынса еңеүселәрҙе билдәләп, Маҡтау грамоталары, титулдар менән бүләкләне. “Иң креатив эшҡыуар” - “Иштуған” хужалығы (Сергей Колесников), “Уңышлы старт” - “ТутБатут” үҙәге (Евгений Денисов), “Бизнес леди”- “Ваниль” косметика үҙәге (Ольга Таранова), “Төҙөлөш өлкәһендә иң яҡшы предприятие” - “Мастер-А” йәмғиәте (Максим Мизин), “Бизнес-авангард” - “Клен” йәмғиәте (Андрей Черноусов), “Ҡулланыу продукцияһын етештереүҙә иң яҡшы предприятие” - Светлана Бикбаева, “Ауыл хужалығы өлкәһендә иң яҡшы предприятие” - “Старт” хужалығы (Илдус Шәрипов), “Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә иң яҡшы предприятие” - “Көнбағыш” бистроһы (Владимир Евграшин), “Хеҙмәтләндереү өлкәһендә иң яҡшыһы” - “Меридиан” йәмғиәте (Олег Моисеев), “Тотороҡлоҡ” - “Айсберг” супермаркеты (Геннадий Слободчиков), “Йыл ынтылышы” - “Аҡтирмән” йәмғиәте (Рима Күлбаева), “Һаулыҡты һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы эшҡыуар” - “Према” йәмғиәте (Филүс Рәхмәтуллин), “Сауҙа өлкәһендә иң яҡшы эшҡыуар” - “Метелица” магазины (Михаил Шабалов), “Социаль-ориентир бизнесы” - “Тау һауаһы” (Юрий Брежнев), “Инновацияға овация” - “Ижад” үҙәге (Вәсил Исмәғилев), “Ышаныслы партнер” - “Уралсиб” банкы (Ирина Петровская), “Эшҡыуарлыҡ ветераны” - “Ликом” йәмғиәте (Владимир Мельников), “Әүҙем позиция” -“Офис-Класс” магазины (Иван Гавва), “Ғаилә бизнесы” - “Феникс”, “Абсолют”, “Према” үҙәктәре (Рәхмәтуллиндар ғаиләһе).
Тантанала иғтибарһыҙ ҡалған кеше булманы. Был көндә бөтәһенә лә рәхмәт һүҙҙәре, изге теләктәр яңғыраны.
Һүрәттә: Һөнәренә тоғролар.