Конгэк
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
10 Июнь 2019, 17:50

Йәш яугирҙәрҙе бүләкләү тантанаһы

“Яугир” хәрби-патриотик ойошмаһы башҡорт балаларын берләштереү, тәжрибә уртаҡлашыу, һәләтлеләрҙе асыҡлау, йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү менән бергә уларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға, спорт һәм физик культураға йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Был - клуб эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше.

Улар йыл әйләнәһенә спорт турнирҙарында үҙҙәре лә ҡатнашты, тәрбиәләнеүселәрен дә күпләп ылыҡтырҙы. Һөҙөмтәлә “яугирҙәр” төрлө кимәлдәге ярыштарҙа уңышлы сығыш яһап, райондың еңеүҙәр тупланмаһын ярайһы ғына тултырыуға өлгәште.

Уҡыу йылы тамамланыу менән бәйле, йәмәғәт ойошмаһы “Чемпиондар балы” үткәрҙе. Унда милли көрәш, бокс, кикбоксинг буйынса тренерҙар Айнур Хисаметдинов, Рәүф Батталов, Рәзиф Маннанов, Илгиз Байғазин, Илмир Юлмөхәмәтов, Илфат Байсуриндарҙың чемпионаттарҙа, турнирҙарҙа еңгән тәрбиәләнеүселәрен ҡотлау тантанаһы булды. Унда бөтәһе 30 йәш яугир ҡатнашты. Шуның 18-енә, атап әйткәндә Рәсәй, Башҡортостан беренселектәрендә призлы урындарға лайыҡ булғандарға аҡсалата премия һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды. Ҡалған спортсылар ойошма значогы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Ләйсән СӘЛИХОВА.