Беҙҙең районда урындағы үҙидара органдарының уҙған йылғы эшен баһалауҙа бөтәһе 739 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 80,51 проценты етәкселәрҙең эше менән ҡәнәғәт. Транспорт хеҙмәтләндереүе өлкәһен 77,54 процент ыңғай баһалаһа, автомобиль юлдары торошо менән тауыш биреүселәрҙең 43,51 проценты ҡәнәғәт. Йылылыҡ - 88,63, һыу - 87,69 процент, яҡтылыҡ- 94,05, зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү 93,5 процент тәшкил итә.