Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
2 Апрель 2021, 14:50

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: “Тырышығыҙ, уҡығыҙ, эшләгеҙ, алға барығыҙ! Шул ваҡытта уңышҡа өлгәшерһегеҙ!”

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бөгөн эш сәфәре менән Мәләүез районы һәм ҡалаһында булды. Уны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков оҙатып йөрөнө.

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бөгөн эш сәфәре менән Мәләүез районы һәм ҡалаһында булды. Уны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков оҙатып йөрөнө.
Депутаттың эш маршруты Аптраҡ ауылынан башланды. Зариф Закир улы “Балалар спорты” проекты сиктәрендә спорт залы ремонтланырға тейеш Аптраҡ ауылы мәктәбендә педагогия коллективы менән осрашты. Һуңынан ауыл биләмәһе хакимиәтендә граждандар ҡабул итте. Ҡабул итеүгә унға яҡын кеше килгәйне. Депутатҡа мөрәжәғәт итеүселәр араһында шәхси мәнфәғәтен ҡайғыртыусылар ҙа, көндәлек тормоштағы дөйөм халыҡты борсоған проблеманы күтәргәндәр ҙә бар ине. Үҙенең ярҙамына ышанып килгәндәрҙе Зариф Закир улы иғтибар менән тыңланы, кәрәкле мәғлүмәт һәм кәңәш бирҙе. Һорауҙарҙың яртыһынан күбеһе урында хәл ителде, ҡалғандары контолгә алынды.
Эш сәфәренең икенсе туҡталышы ҡаланың 4-се мәктәбендә ине. Унда депутат һайлаусылар наказын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә республика бюджетынан бүленгән аҡсаға үҙгәртеп ҡороласаҡ “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү кабинеты”ның торошо менән танышты. Мәктәп директоры Юрий Зайцев уның киләсәктә нисек планлаштырылыуы хаҡында һөйләне.
Артабан Зариф Байғусҡаров К. Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идаралыҡ университеты филиалында юғары уҡыу йортоноң профессорҙар-уҡытыусылар һәм студенттар коллективы менән осрашты. Иң башта депутат закон сығарыу эшмәкәрлегенең төп мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт бирҙе. Депутат булып һайланғандан һуң индерелгән илле закон проектының 70 проценты ҡабул ителеүен, ҡалғандары тикшереү өҫтөндә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һуңынан осрашыуға килеүселәрҙең микрозайм биреүсе ойошмаларға, вейперҙарға, йәғни тәмәкенең электрон төрөн тартыуҙы тыйыуға, пенсияға, Ҡуштауға ҡағылышлы һәм башҡа ик күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. Депутаттың йәштәргә әйтер һүҙҙәре лә күп ине. “Тырышығыҙ, уҡығыҙ, эшләгеҙ, алға барығыҙ! Шул ваҡытта уңышҡа өлгәшерһегеҙ! Ғаилә ҡороғоҙ, балалар табығыҙ”, - тине һәм йәштәргә, күп балалы ғаиләләргә күрһәтелгән социаль ярҙамдарҙы билдәләп үтте.
Студенттар ҙа, профессорҙар-педагогия коллективы ла осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды, Зариф Закир улы менән яҡын киләсәктә тағы ла күрешергә теләк белдерҙе.
РФ Дәүләт Думаһы депутатының эш сәфәре бының менән генә бөтмәне әле. Ул был көндө район эшҡыуарҙары менән дә осрашты.
Читайте нас: