ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
13 Апрель 2021, 17:15

Юлдар төҙөкләндерелә башланы

Рәсәйҙә ике бәләнең береһе юлдар тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Яҙ етеп, ер ҡарҙан әрселеү менән юл торошо, ундағы соҡор-саҡыр водителдәр өсөн, ысын мәғәнәһендә, баш ауырыуына әйләнә.

Рәсәйҙә ике бәләнең береһе юлдар тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Яҙ етеп, ер ҡарҙан әрселеү менән юл торошо, ундағы соҡор-саҡыр водителдәр өсөн, ысын мәғәнәһендә, баш ауырыуына әйләнә.
Бөгөн район биләмәһендәге юлдар һәм ҡала урамдары төҙөкләндерелә. Подрядсы ойошмалары ремонт эшен ойоштороуҙы күпкә алдараҡ башлағайны. Улар кәрәкле техникаһын әҙерләп бөткәс, ҡаланың үҙәк урамдарындағы соҡорҙарҙы ямауға тотондо.
Төҙөкләндереү эштәрен шәхси эшҡыуарҙар Пилтоян, Исаев һәм «СтройТранс-М» ойошмаһы башҡарасаҡ. Тәү сиратта автомобиль хәрәкәте, автобус маршруты күп булған Буранғолов, Ленин, Беренсе Май һәм башҡа урамдар ремонтлана.
- Юлдарҙағы соҡорҙарҙы һанлаштырыу эшен дә алып барабыҙ. Был уларҙың ҡайҙа урынлашыуын, күләмен асыҡлау маҡсатында башҡарыла, сығымдарҙы дөрөҫ бүлеү өсөн уңайлы, - ти ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Любовь Шаринская.
Асфальт ҡатламының емерелеүе күп осраҡта беҙҙең төбәккә хас тотороҡһоҙ һауа шарттарына ла бәйле. Был айырыуса ҡыш миҙгелендә күҙәтелә.
Подрядсы ойошмалары соҡорҙарҙы ямап бөткәс, ҡаланың Яр буйы, Смоленск урамдарының асфальт ҡатламын тулыһынса алмаштырыу эшенә тотонасаҡ.
Юл һәм урам торошона бәйле килеп тыуған һорауҙар менән ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенә 8(34764)-3-71-17 телефон һандары аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас: