Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
8 Октябрь 2021, 15:05

Алтынға бай көҙ

6 октябрҙә “Алтын көҙ - 2021” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе эшләй башланы. Унда Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендә 35 кешенән торған делегация ҡатнашты. “Алтын көҙ” - үҙебеҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәренең ҡаҙаныштарын сағылдырған иң күләмле экспозиция һәм тармаҡ оҫталары өсөн бай эш тәжрибәһе программаһы ул. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән йөҙгә яҡын экспонент агросәнәғәт комплексын үҫтереү өлкәһендә үҙ ҡаҙаныштарын тәҡдим итте. Сарала тармаҡ вәкилдәре ауыл хужалығында яңы технологиялар, кәрәкле мәғлүмәт алырға һәм анализларға, бизнес-процестарҙы автоматлаштырырға мөмкинлек биреүсе инновацион саралар менән таныша алды. Күргәҙмәлә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм етештереү технологиялары өлкәһендә һөҙөмтәле эшләгән Мәләүез һөт-консерва етештереү комбинатының эше юғары баһаланды - алтын миҙалға лайыҡ булды.

Алтынға бай көҙ
Алтынға бай көҙ

6 октябрҙә “Алтын көҙ - 2021” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе эшләй башланы. Унда Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендә 35 кешенән торған делегация ҡатнашты.

“Алтын көҙ” - үҙебеҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәренең ҡаҙаныштарын сағылдырған иң күләмле экспозиция һәм тармаҡ оҫталары өсөн бай эш тәжрибәһе программаһы ул. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән йөҙгә яҡын экспонент агросәнәғәт комплексын үҫтереү өлкәһендә үҙ ҡаҙаныштарын тәҡдим итте. Сарала тармаҡ вәкилдәре ауыл хужалығында яңы технологиялар, кәрәкле мәғлүмәт алырға һәм анализларға, бизнес-процестарҙы автоматлаштырырға

мөмкинлек биреүсе инновацион саралар менән таныша алды.

Күргәҙмәлә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм етештереү технологиялары өлкәһендә һөҙөмтәле эшләгән  Мәләүез һөт-консерва етештереү комбинатының эше юғары баһаланды -  алтын миҙалға лайыҡ булды.

Шул уҡ көндө Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт араһында  өҫтөнлөклө инвестпроектты бойомға ашырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Проект буйынса сабый балаларға яраҡлаштырылған киптерелгән һөт ҡатнашмалары етештереү буйынса цех төҙөлөү ҡаралған. Производство күләме артыу сәбәпле тағы ла әҙер продукцияны һаҡлау өсөн келәт, май етештереү участкаһын төҙөү күҙаллана.

Проект ҡеүәте буйынса көн дә 8,5 тонна балалар туҡланыуы өсөн киптерелгән һөт, 1,3 тонна аҡ май,  айыртылған һөттән балалар өсөн ҡоро һөт етештереү планлаштырыла. Инвестпроекттың күләме  1570,6 миллион һумға баҫа, уны башҡарып сығыу ошо һәм киләһе йылдарға ҡаралған.

 

Алтынға бай көҙ
Алтынға бай көҙ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: