Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
21 Декабрь 2021, 14:50

“Толпар”ға - 45 йыл

Шәмбе көнө Мәләүез “Толпар” ат-спорт комплексы үҙенең юбилейын билдәләп үтте. “Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир егеткәй менән ат башы”, - тип йырлана халыҡ йырында. Бөгөн тормошобоҙ нисек кенә үҙгәрмәһен, “ат” ене ҡағылған кешеләребеҙ бар әле. Байрамға арналған сарала шуға инандым. Ат спортын популярлаштырыу, үҫеп килеүсе быуында ат спортына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында төҙөлгән “Толпар” - Мәләүез халҡының ғорурлығы ул. 1976 йылда йылҡысылыҡ менән бер ҡатарҙан спорт мәктәбен йәйелдереү маҡсатында Әҙһәм Шәрәфетдиновтың инициативаһы менән уникаль комплекс асыла. СССР-ҙың спорт мастеры, күп йылдар ғүмерен ат спортына бағышлаған Михаил Разаренов 2013 йылдан комплекс башлығында тора.

“Толпар”ға - 45 йыл
“Толпар”ға - 45 йыл

Шәмбе көнө Мәләүез “Толпар” ат-спорт комплексы үҙенең юбилейын билдәләп үтте.

“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир егеткәй менән ат башы”, - тип йырлана халыҡ йырында. Бөгөн тормошобоҙ нисек кенә үҙгәрмәһен, “ат” ене ҡағылған кешеләребеҙ бар әле. Байрамға арналған сарала шуға инандым.

Ат спортын популярлаштырыу,  үҫеп килеүсе быуында ат спортына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында төҙөлгән “Толпар”  - Мәләүез халҡының ғорурлығы ул. 1976 йылда йылҡысылыҡ менән бер ҡатарҙан спорт мәктәбен йәйелдереү маҡсатында Әҙһәм Шәрәфетдиновтың инициативаһы менән уникаль комплекс асыла. СССР-ҙың спорт мастеры, күп йылдар ғүмерен ат спортына бағышлаған Михаил Разаренов 2013 йылдан комплекс башлығында тора.

“Шул осорҙан еңеүҙәр ҙә күп булды. Республика, ил кимәлендә билдәле күп спорт мастерҙары тәрбиәләнде. Ауырлыҡтарҙы ла кисерҙек. Аттарҙы ашатырға ла аҙыҡтың наҡыҫ ваҡыттар булды. Бөгөн район хакимиәте ҡулдан килгәнсе ярҙам итә. Манежды ремонтлауға ғына биш миллион һумдан күберәк аҡса түгелде. “Башҡортостан” милли паркы етәкселегенә, шулай уҡ спорт төрө менән шөғөлләнеүселәребеҙҙең  атай-әсәйҙәренә ҙур рәхмәтемде белдерәм”, - тине ул сараны асып.  Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа бирелде. Ул ат спорты менән шөғөлләнеү сәләмәтлекте нығытҡанын, кешеләрҙә түҙемлек, сабырлыҡ һәм башҡа ыңғай сифаттарҙы тәрбиәләгәнен әйтеп уҙҙы. “Тик һуңғы йылда финанс ярҙамы пандемияға ҡаршы көрәштә йүнәлтелә. “Толпар” ат-спорт комплексын реконструкциялауға проект төҙөлгән. Әгәр республика кимәлендә ул хупланһа, 170 миллион һумлыҡ үҙгәртеп ҡороу эштәренә өмөт итергә була”, - тине Рөстәм Наил улы һәм тантанаға килгән ата-әсәләрҙе, спортсыларҙы юбилей менән ҡотланы. Бөтә Рәсәй категориялы  судья  Галина Ипатова Башҡортостандағы ат ярыштары спорты федерацияһы исеменән “Толпар” спорт комплексы етәкселегенә Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Тантаналы бүлектән сараның иң ҡыҙыҡлы өлөшө башланды.  Кескәйҙәрҙең пони аттарында, тоҡомло аттарҙа ҡаршылыҡтар аша спортсыларҙың манежда сығышы күрһәтелде. Иң һуңынан “Толпар” ат спорты комплексында күп йылдар күс түккән тренерҙарға, хеҙмәткәрҙәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

“Толпар”ға - 45 йыл
“Толпар”ға - 45 йыл
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: