Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
18 Май 2022, 13:45

Мөһим эштәр дөйөм тырышлыҡ менән башҡарыла

Бөгөн район хакимиәтендә бишенсе саҡырылыш район Советының сираттағы егерме алтынсы ултырышы үтте. Унда бишенсе саҡырылыш район Советы депутаттары,  район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, уның урынбаҫарҙары, ҡала биләмәһе башлығы Азамат Хәсәнов, район-ара прокурор, йәштәр Советы рәйесе, ҡала предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар урыҫ һәм башҡорт телдәрендә сығыш яһаны. Сессия барышында мөһим мәсьәләләр һәм маҡсаттар билдәләнде.

Мөһим эштәр дөйөм тырышлыҡ менән башҡарыла
Мөһим эштәр дөйөм тырышлыҡ менән башҡарыла

Бөгөн район хакимиәтендә бишенсе саҡырылыш район Советының сираттағы егерме алтынсы ултырышы үтте. Унда бишенсе саҡырылыш район Советы депутаттары,  район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, уның урынбаҫарҙары, ҡала биләмәһе башлығы Азамат Хәсәнов, район-ара прокурор, йәштәр Советы рәйесе, ҡала предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар урыҫ һәм башҡорт телдәрендә сығыш яһаны. Сессия барышында мөһим мәсьәләләр һәм маҡсаттар билдәләнде.

Район финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары - бюджет бүлеге начальнигы Гүзәл Таһирова 2021 һәм 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында бюджет үтәлеше менән таныштырҙы.

Район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Альберт Таймаҫовтың сығышы 2022 йылда райондың муниципаль милкен хосусилаштырыу программаһын раҫлауға ҡағылышлы булды.

Мәләүез муниципаль район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова 2020 йылдың 23 сентябрендәге "Совет Регламентын үтәү, комиссия рәйесен һайлауҙа депутат дәрәжәһе һәм этика ҡағиҙәләрен һаҡлау буйынса Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы муниципаль районы Советы комиссияһын һайлау" 13-ө ҡарарына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһенә туҡталды.

Ултырышта «Башкиравтодор» ойошмаһы филиалы - Мәләүез юл ремонт-төҙөлөш идаралығы директоры Салауат Хәсәнов, «Йәшел хужалыҡ» муниципаль предприятие етәксеһе Ривал Юнысов, «Мәләүез йылылыҡ селтәре» ойошмаһы директоры Геннадий Ярославцев, урындағы «Водоканал» предприятиеһы генераль директоры Сергей Скорняков башҡарылған эштәр һәм киләсәккә ҡуйылған маҡсаттар менән таныштырҙы.

Ултырыш һуңында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды, киләсәктә район һәм ҡалала ғәмәлгә ашыраласаҡ прораммалар һәм проекттар хаҡында һүҙ алып барҙы. Рөстәм Наил улы шулай уҡ урындағы ойошма һәм предприятиеларҙың эшен баһаланы, уларға һәм структура етәкселәренә күрһәтмәләр бирҙе, киләсәктә башҡарыласаҡ мөһим эштәрҙең дөйөм тырышлыҡ талап итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.    

Автор фотолары.  

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: