Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Июнь 2022, 12:15

Күңелле һәм күркәм байрам - балалар һабантуйы

1950 йылдан алып 1 июнь Халыҡ- ара балаларҙы һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау көнө булараҡ билдәләнә. Йыл һайын был көндә уларҙы ҡотлау, кескәйҙәр өсөн төрлө күңелле саралар ойоштороу матур йолаға әүерелгән. Быйыл да ҡаланың «Дан» ял паркында уҙған байрамда шат балалар тауышы гөрләп торҙо. Сара уҡыу алдынғыларын, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, төрлө ижади һәм мәҙәни конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәрҙе бүләкләүҙән башланды. Уларҙы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотланы. Сара хаҡында тулы мәҡәлә гәзиттә иртәгә донъя күрәсәк.

Күңелле һәм күркәм байрам - балалар һабантуйы
Күңелле һәм күркәм байрам - балалар һабантуйы

1950 йылдан алып 1 июнь Халыҡ- ара балаларҙы һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау көнө булараҡ билдәләнә. Йыл һайын был көндә уларҙы ҡотлау, кескәйҙәр өсөн төрлө күңелле саралар ойоштороу матур йолаға әүерелгән.

Быйыл да ҡаланың «Дан» ял паркында уҙған байрамда шат балалар тауышы гөрләп торҙо. Сара уҡыу алдынғыларын, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, төрлө ижади һәм мәҙәни конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәрҙе бүләкләүҙән башланды. Уларҙы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотланы.

Сара хаҡында тулы мәҡәлә гәзиттә иртәгә донъя күрәсәк.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: