Айыу – уйынсыҡ түгел
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
19 Февраль 2018, 18:17

Хыялдарың тормошҡа ашһын, Полина!

Полина Кантюковаға 12 йәш. Ул - 6-сы класс уҡыусыһы. Ҡыҙ үҙен киләсәктә врач йәки кулинар итеп күҙаллай.

Полина Кантюковаға 12 йәш. Ул - 6-сы класс уҡыусыһы. Ҡыҙ үҙен киләсәктә врач йәки кулинар итеп күҙаллай. “ Ғәҙәттә, ҡыҙҙар был йәштә йә артист, йә модель булырға хыяллана”, - тим, көлөмһөрәп. “Үҫкәс олатай-өләсәйемде дауаларға, ярҙамға мохтаждарҙа йәшәүгә өмөт уятырға теләйем. Ә кондитер һөнәре үҙемдең тәмлекәстәр яратыуыма бәйле”, - тип яуапланы ул.
Был ҡыҙҙа иғтибарымды йәлеп иткәне - ябайлыҡ, алсаҡлыҡ. Аралашырға атлығып торған бала яңыраҡ класташтары менән “Экзоферма” күргәҙмәһендә булыуы, ундағы хайуандарҙы ашатыуҙары, тотоп ҡарауҙары, хатта улар менән иҫтәлеккә фотоға төшөүҙәре тураһында мауығып һөйләне. “Быға тиклем дә гигант йорт ҡуяндары, төлкө, терпе, тутыйғош, тауистарҙы күреү теләге менән яна инем. Улар уҫал түгел, үҙҙәренән йылылыҡ бөркөлгәндәй. Тиҙ арала беҙгә өйрәнеүҙәре, ҡулға эйәләшеүҙәре, яраттырыуҙары ла хайран итте”,- тип, тәҫьораттары менән уртаҡлашты.
Маҡсатлы ҡыҙға дәрестәрҙән һуң вокал түңәрәгендә шөғөлләнеү оҡшай. Пианинола уйнарға ярата, урыҫ классиктары музыкаһына өҫтөнлөк бирә.
Йәйге каникулдар осоронда лагерҙа ял итә, һыу инә, әҙәби китап уҡый, ҡыҫҡаһы, яңы уҡыу йылына үҙен физик һәм рухи яҡтан үҫтерә. Уның тағы бер шөғөлө тураһында әйтеп китмәй булмай: Полина һүрәт төшөрөргә ярата. Һөнәри рәссамдаргә хас теүәллек, төҫтәр гаммаһы буйынса эш итә.
Ял көндәрендә өләсәһе Әнисә, олатаһы Хөрмәтуллаға ярҙамлаша. Ҡамыр аштары, төрлө салаттар әҙерләшә, өләсәһе менән боронғо риүәйәттәр, олатаһы менән сәйәсәт, тарихи ваҡиғалар тураһында әңгәмәләшә. Шуныһын да әйтеп китергә кәрәк, Полина башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара, хатта конкурстарҙа ла көсөн һынап ҡараған.
Олатай-өләсәй тәрбиәһенә ҡалған һәләтле ҡыҙҙың тормош ҡаршылыҡтарын еңеп, киләсәктә Ватандың кәрәкле шәхесе булып үҫеүенә ышанабыҙ.
Һүрәттә: Полина Кантюкова.
Читайте нас в