Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
9 Июль 2018, 14:25

Тәжрибәне егеп етеҙ атҡа...

Ғүмеренең байтаҡ ваҡыты ҡалала үтһә лә Рәйфә Ғилман ҡыҙы Камалетдинова күңеле менән тыуған ауылы Арыҫланға тартылды.

Ғүмеренең байтаҡ ваҡыты ҡалала үтһә лә Рәйфә Ғилман ҡыҙы Камалетдинова күңеле менән тыуған ауылы Арыҫланға тартылды. Атай

нигеҙе, йорто уның өсөн шул тиклем ҡәҙерле һәм яҡын ине. Әле генә ағалары, апалары, һылыуҙары, ҡустылары - барыһы 10 бала - ҙур

булмаған өйҙәрендә сыр-сыу киләләр, яланаяҡ урамдарындағы йәшел үләндә йүгерешәләр, уйнайҙар ине. Ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала шул...

Хәҙер инде ата-әсәһе күптән гүр эйәһе булған. Яҡты хәтирәләр менән иҫкә алалар уларҙы балалары. Ғилман ағай Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ленинград блокадаһына эләгә. Ҡаты яраланып ул 1944 йылда миҙал-ордендарын тағып ауылына ҡайтып төшә лә эшкә тотона. Ҡатыны Мөнирәменән тырыш булалар, ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә алдынғылар рәтендә булалар.

Бөгөн күмәк ғаиләләге бер туғандарҙан да дүртәүһе генә иҫән. Рәйфә апай уларҙың һәр береһен һағынып иҫкә ала. Ҡалғандары төп йортҡа һәр ваҡыт килеп торалар, нигеҙҙе ҡотормағанға уға сикһеҙ рәхмәтлеләр.

Смаҡта уҡып мәктәпте тамамалғас та Рәйфә Өфө ҡалаһына юллана. Уның бик тә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгеһе килә һәм уның хыялы тормошҡа аша. Йәш белгес булып Мәләүезгә ҡайтып «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында эшләй башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда ҡала. Хеҙмәт кенәгәһендә лә уның бер генә яҙыу. Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары бихисап педагогтың. Шулайҙа иң ҙур награда -

тәрбиәләнеүселәренең төрлө төбәктәрҙән шылтыратып хәл белешеүе, килеүҙәре, байрамдарҙа ҡотлауҙары, ҡунаҡҡа саҡырыуҙары һәм

уңыштары менән уртаҡлашыуҙары. Тырыш, сибәр, аҡыллы ҡыҙға Ғәйнетдин (ул ошо ауылға апаларына килеп йөрөй) күптән күҙ һалып ҡуя. Йәштәр 8 йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғына бергә донъя ҡоралар. Бына инде 48 йыл Камалетдиновтар бер һуҡмаҡтан атлайҙар, шатлыҡ-ҡайғыларҙы бергә бүлешәләр.

Йәштәргә ҡалала фатир ҙа бирәләр. Унда уларҙың мөхәббәт емештәре - Гөлфиә, Әлфиә, Лилиә, Ғәлиә ҡыҙҙары тыуа. Татыу ғаиләлә ата-әсә бабаларғатейешле тәрбиә, белем бирергә тырыша. Уларҙа, үҙ сиратында, тырышып юғары уҡыу йорттарында белем алып бөгөн уңыштары менән ҡыуандыра. Үҙ ғаиләләрен ҡороп, хәҙер инде үҙ балаларын тәрбиәләйҙәр. Ейән-ейәнсәрҙәре ауылға, олатай-өләсәйҙәренә, атлығып торалар. Сөнки йортта әле лә ата-бабалар яндырған усаҡ һүнмәй яна. Бында көтөп торған ҡәҙерле кешеләре бар. Ә Рәйфә апай инде бар яҡтан да килешкән. Егәрле хужабикәнең бар нәмәһе үҙ урынында, һәр ерҙә тәртип. Ауылға ҡайтҡас һыйыр ҙа алып ебәрә улар, ҡош-ҡорт үрсетә, баҡса үҫтәрә. Аш-һыуға ла бик оҫта ул. Беҙ килгәндә лә тәмле-тәмле ризыҡтарын ҡыҫтай-ҡыҫтай сәй менән һыйланы.

Йәштәрҙән ҡалышмайбыҙ тип яңыраҡ өр-яңы машина ла алғандар. Балаларға, туғандарға йөрөгәндә уңайлы бит. Бына шулай матур итеп

донъя көтә Камалетдиновтар. Ә бөгөн был йортта ҙур ғаилә мәжлескә йыйыла. Сәбәбе - Рәйфә апайҙың күркәм юбилейы. Уны ҡотларға, иң изге һәм йылы теләктәр әйтергә тип тыуған-тыумасалары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, күршеләре, дуҫтары килә. Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ихлас күңелдән ҡушылып уға бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ һәм йәштәргә, ауылдаштарығыҙға үрнәк булып йәшәгәнегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе

еткерәбеҙ!


Автор фотоһы.