Ауылдар татыу, берҙәм халҡы, күркәм ғаиләләре менән данлы. Эткөсөк ауылы ла - эшһөйәр, тырыш кешеләр йәшәгән төбәк. Ҡайһы ғаиләне генә алма, һәр ҡайһыһы сәмләнеп, ең һыҙғанып донъя көтә, балалар үҫтерә. Зөлфирә һәм Рәзиф Рәхмәтуллиндар ҙа - шундайҙар иҫәбендә. Улар икеһе лә беҙҙең райондан, Зөлфирә Байегеттә, Рәзиф Эткөсөктә тыуып - үҫкән.
Йәштәр 1997 йылда өйләнешеп, биш балаға ғүмер бирә.
- Ҡалаға китергә уйығыҙ булманымы? – тип һорайым ауыл кешеләренә генә хас ихласлыҡ бөркөлөп торған хужаларҙан.
Баҡһаң, уларҙың ҡала хаҡында уйлап та биргәндәре юҡ икән. Рәзифтең тыуған нигеҙендә ике ҡатлы, иркен йорт күтәргәндәр, гөрләтеп донъя көтәләр. Мал тоталар, ҡош-ҡорт, йорт ҡуяндары аҫырайҙар.
- 22 йыл ошо ауылда киленмен, һис тә үкенмәйем. Иремдең әсәһе менән бергә йәшәнек, - ти алсаҡ хужабикә, күптән түгел генә баҡыйлыҡҡа күскән бейемен тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алып.
Рәзиф - үҙе балта оҫтаһы, нур бөркөп торған йорттоң күп йыһазы уның ҡулдары менән яһалған. Зөлфирә иһә гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Уңған хужаларҙың балалары ла эшсән, тырыш булып үҫә. Ауылдың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшен күмәкләп башҡаралар.
Оло ҡыҙҙары Гүзәлиә күптән түгел тормошҡа сыҡҡан, Илзиәләре БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында биолог һөнәрен үҙләштерә, Алмаз 11-се класта, Илүзә 9-сыла, кеселәре Илзирә 3-сө класта уҡый.
- Биш бала табырға нисек батырсылыҡ иттегеҙ? - тим, улар хаҡында һөйләгәндә бар булмышы менән балҡып ултырған Зөлфирәгә ҡарап.
Ул үҙе лә күп балалы ғаиләлә үҫкән, туғандар менән аралашып, кәңәшләшеп, бер-береңә ярҙамлашып йәшәүҙе өҫтөн күрә, Рәзифтең хыялы ла ишле ғаилә хаҡында була. Балаларының тыуған ояһын ҡалдырып осҡан ҡоштарҙай, берәм-берәм сығып китеүҙәре генә ҡыйыныраҡ уларға, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, юлдары изге, яҙмыштары уң булһын, тигән теләктә ата-әсә.
«Биш балам - биш бәхетем”. Әйләнгән һайын ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлаған Зөлфирәнән тормош ауырлығына зарланыу, һуҡраныу һүҙҙәре ишетмәҫһең. Ул үҙе лә тотош донъяны яҡтыртып, йылытып торған ҡояш кеүек, алсаҡлығы, ихласлығы менән яҡындары күңелен йылытып, һәр сабыйын әсә наҙына, һөйөүенә сорнап, яҙмышына рәхмәтле булып йәшәй.