ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
25 Август 2020, 18:10

Берҙе биш итеп

Була бит баҫҡан урынында ут сәсрәтеп торған егәрле ҡатын-ҡыҙҙар! Ундайҙар тураһында “ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр” тиҙәр. Был һүҙҙәр тап Боһорман ауылынан Лилиә Тәүхитоваға төбәп әйтелгәндәй. Заман ауырлығына бирешмәй, тормошта үҙ юлы менән барған көслө ҡатын ул!Уның уңғанлығы, етеҙлеге ихатаға килеп ингәс тә күҙгә салына. Хужабикә күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Инкубаторҙа күркә лә баҫтырып сығарған, уларының һаны йөҙҙән ашыу, тауыҡтарҙың ниндәй генә төрө юҡ, беҙҙең яҡтарҙа һирәк күренгән мысыр тауығын да (цесарка) үҫтергән. “Яр буйында селеклек араһында үҙе баҫып сығара ла себештәрен эйәртеп ҡайтып инә торғайны”, - тип көлә Лилиә. Инкубаторҙа бүҙәнә лә сығарып ҡараған, йомортҡаһын һатып алырға һорап килеүселәр күп, аптыраталар, тип уларҙы үрсетеүен кәметкән. Күркәһен бер баш ҡуй һарығына инәлеп-ялбарып тигәндәй алмаштырып киткәндәр, шунан алып һарыҡ та үрсетә башлаған. Бесәнде үҙҙәре сабып етештерә. Мал тигәндән, ошоға тиклем өс баш һыйырҙан ҡалмаған, бер үҙеңә ауырға төшә, тип улдары яңыраҡ бөтөрткән. Аллаға шөкөр, яңғыҙына тәрбиәләргә тура килһә лә, балаларына күҙ теймәһен, булдыҡлылар. Әсәһенең тырышлығын күреп, балалары ла һыр бирмәй, донъя көтә. Өлкән ҡыҙы Лениза Күмертау педагогия колледжын уҡып бөтөрһә лә, күсемһеҙ милек буйынса белгес һөнәрен үҙ иткән, шул йүнәлештә шәхси эшен асҡан. Ленар менән Рәминәне үҫетергә лә, тормош иптәше менән ике ҡатлы коттедж төҙөп сығырға ла өлгәргән. (Дауамын аҫтағы һылтанмаға инеп уҡығыҙ).

Нурлан, Артур улдары ла ауыл хужалығы йүнәлешендә белем ала, өлкәне күрше урамда йорт күтәрә. Бәләкәсе Германияла һөнәре буйынса стажировка үтеп, донъя күреп ҡайтҡан. “Ағаһының танауына сиртте, яңыраҡ Бикбулат ауылынан кәләш әйттерҙек”, - тип шул арала хужабикә милли кейемдә башҡорт йолаһы буйынса кәләш әйттергән видео-яҙманы ла күрһәтеп өлгөрә. Шулай булмай ни, заманында Лилиә Халиҡ ҡыҙы Боһорман ауылы клубы мөдире лә булып эшләгән, сәнғәт күҙлегенән сығып ҡарай, матурлыҡты күрә белә. “Балаларҙы үҫтергәндә бер эштән дә ҡурҡып торманым, киномеханик, һатыусы, турбазала официант, һаҡсы, келәт мөдире, хатта Воскресенскиға пай өсөн дивидент таратыусы ла булып эшләргә тура килде”, - ти ул. Тырышып-тырмашып донъя көткән, юҡты бар, берҙе биш иткән Лилиә һымаҡтар - күптәргә өлгө.
Читайте нас: