Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Октябрь 2020, 13:33

Уңыш нигеҙе - тырышлыҡта

Ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ерҙә янып йөрөгән, үҙ өлкәһенә яңылыҡ индереп, уны яҡшыртырға тырышҡан кешеләрҙе мин бер туҡтауһыҙ эшләп торған двигателгә оҡшатам. Ундайҙар янында донъя ҡуласаһы бер өҙлөкһөҙ әйләнә, үҙҙәре лә һәр ваҡыт эш өҫтөндә була.

Ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ерҙә янып йөрөгән, үҙ өлкәһенә яңылыҡ индереп, уны яҡшыртырға тырышҡан кешеләрҙе мин бер туҡтауһыҙ эшләп торған двигателгә оҡшатам. Ундайҙар янында донъя ҡуласаһы бер өҙлөкһөҙ әйләнә, үҙҙәре лә һәр ваҡыт эш өҫтөндә була.
Ҡаланың күп профилле һөнәри белем биреү колледжы директоры Рита Сәмиғуллинаны мин һәр ваҡыт эш тураһында ғына уйлап йөрөгән кеше итеп беләм. Әле лә осрашыу ваҡытын билдәләгәндә, ул колледж хаҡында яҙасаҡһығыҙмы, тип һораны. Тик мин уның үҙен шәхес булараҡ асыу маҡсатын ҡуйҙым.
Федоровка районының Батыр ауылында Зинфира һәм Мәҙәрик Хәлитовтар ғаиләһендә үҫкән ҡыҙ мәктәптә уҡығанда уҡ алдынғы уҡыусылар рәтендә була. Республика һәм район кимәлендә уҙған конкурстар, саралар уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Саңғы ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй, йүгереү буйынса ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә ул.
Бала сағында врач булырға хыялланһа ла, документтарын Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына тапшыра. Һуңынан Башҡортостан республикаһы Башлығы ҡарамағындағы идаралыҡ һәм дәүләт хеҙмәте академияһын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хеҙмәт юлын белем биреү өлкәһенән башлаған Рита Мәҙәрик ҡыҙына үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарарға тура килә. Ҡайҙа эшләһә лә, эшен яратып, бар күңелен һалып башҡара ул. Районда уҙған «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының иң йәш мөғәллимәһе лә ул була, опека һәм попечителлек бүлеген етәкләгән йылдарында бүлек «Башҡортостан республикаһының иң яҡшы опека һәм попечителлек органы» исемен ала. Тап шунда эшләгәндә ул тормоштоң бығаса таныш булмаған кире яҡтарын аса, аяныслы яҙмыштар күреп тетрәнә, балаларға ҡарата көс ҡулланыу кеүек кире күренештәргә юлыға. Еңел булмаған ул өлкәлә эшләү минең холҡомдо нығытты, тормошҡа ҡарашымды үҙгәртте, тип иҫкә ала ул осорҙо Рита Мәҙәрик ҡыҙы.
Күп профилле һөнәри белем биреү колледжында ла уның тырышлығы менән байтаҡ эштәр башҡарыла. Етәкселек итеүҙең тәүге көндәренән үк яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн унда үҙгәрештәр индереүҙе, булған шарттарҙы камиллаштырыуҙы тәүмаҡсат итеп ҡуя. Ул үҙ фекере, идеялары булған үҙенсәлекле кешеләрҙе ярата.
Тик ултырыуҙы өнәмәгән Рита Мәҙәрик ҡыҙы башҡаларға ғына түгел, үҙенә лә талапсан. Һәр ерҙә тәртип ярата, башҡарылған эшенең иһә һөҙөмтәһе мотлаҡ ыңғай булырға тейеш.
Ҡатын-ҡыҙ әллә ниндәй юғары вазифалар биләһә лә, ул барыбер гүзәл зат булып ҡала. Уның өсөн йорт, ғаилә иң изге төшөнсәләрҙән һанала. Икеһе лә етәксе вазифаларҙа эшләп, һәр ваҡыт әүҙем тормош менән йәшәгән Сәмиғуллиндар өсөн дә ғаилә беренсе урында тора. Улар ике бала: Азамат һәм Әмирәне тәрбиәләгән. Улдары ғаиләле, Өфө ҡалаһында йәшәй, Әмирә - мәктәп уҡыусыһы.
Әңгәмәсем менән аралашҡан саҡта шуға иғтибар иттем: уның хәтирәләре бик йыш ҡына баҡыйлыҡҡа күскән атаһына әйләнеп ҡайтты. Ғәзиз кешеһе хаҡында һөйләгәндә, уның күркәм сифаттарын барлағанда, мин уларҙа Рита Мәҙәрик ҡыҙының үҙен сырамыттым. Ул да - атаһына оҡшап көслө холоҡло, бер эштән дә ҡурҡып тормаған, алдынғы ҡарашлы шәхес. Рәсем төшөрөү һәләте лә уға ғәзиз кешеһенән күскән. Ғүмере буйы ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән атаһы өс ҡыҙын да ауыр хеҙмәттә сыныҡтырып үҫтерә. Уларҙы намыҫ менән йәшәргә, урлашмаҫҡа, кешеләрҙе кәмһетмәҫкә, милләт айырмаҫҡа өйрәтә. Уңыш нигеҙе тырышлыҡта икәнен дә балалары күңеленә тап ул һеңдерә.
Аралашыу барышында әңгәмәсемә «Етәксе булыу ауырмы?» тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым, сөнки гүзәл зат иңенә былай ҙа байтаҡ бурыс һалынған. Ул иһә һис икеләнеүһеҙ: «Юҡ», - тип яуап бирҙе. Үҙ эшен яратып, бар күңелен һалып башҡарған, уға яуаплы ҡараған кешенең яуабы ине был.