Иштуған ауылында йәшәүсе Роза Хәмзина - Мәләүез еренең талантлы ҡыҙҙарының береһе. Район-ҡала халҡы уны һәләтле педагог, ижади шәхес булараҡ таныһа, хөрмәтләһә, ауылдаштары биш балаға ғүмер биргән һөйкөмлө әсәй, ҡәҙерле өләсәй һәм аҡыллы кәңәшсе булыуы өсөн ихтирам итә.
Танышҡас та, мин уны күптән белгән кеүек тойҙом. 2005 йылда ғаиләм менән Иштуған ауылына күсеп килгәс, хаҡлы ялға сыҡҡан Роза Хәмзә ҡыҙы урынына урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә урынлаштым. Әммә беҙҙең танышлыҡ дөйөм һөнәри эшмәкәрлек буйынса ғына түгел ине, беҙ бер урамда күрше йәшәнек. Йыш ҡына аҡыллы кәңәштәрен һорап, бөтә ауыл килә, минең үҙемдең дә унан һүҙ ярҙамы алған ваҡыттарым булды. Уны уҡыусылары ла яратты. Әле булһа, рәхмәт белдереп, шылтыратып, килеп хәлен белешеп торалар. Уның күңеле һәр кемгә асыҡ. Кешенең йәшенә, дәрәжәһенә ҡарамай, барыһын да ихласлығы менән арбай. Шуға ла уның менән осрашыу мауыҡтырғыс үтә, төрлө темаға әңгәмә ҡороу еңел. Бынан тыш, ул үҙенең тормошҡа ҡарашы, һәр ваҡиғаның ыңғай яғын таба, күңелде күтәрә, дәртләндерә белеүе менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Роза апай менән танышыуым бөгөнгөләй иҫемдә. Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө ине. Мәктәпкә хаҡлы ялдағы уҡытыусылар саҡырылды, концерт ойошторҙоҡ. Һәр теләгән кеше телмәр тотто. Роза Хәмзә ҡыҙы үҙенең сығышында һәр ваҡыт ыңғай ҡарашта йәшәүе, ғаилә ҡиммәттәре, тыуған төйәккә һөйөүе тураһында һөйләне.
Тормош һәм ижад юлын байҡаған һайын тирә-яҡ мөхитте, эргәләге кешеләрҙе тоймайынса, тәбиғәтте яратмайынса үҙеңдең фекереңде шиғыр менән биреп булмауына тағы бер инанам. Уның шиғырҙары тыуған яҡҡа һөйөү уята, тормошто ҡәҙерләргә, тәбиғәтте һаҡларға өйрәтә. Шиғыр булһынмы, хикәйәме - бер тында уҡыла. Тема һайлауы ла үҙенсәлекле, геройҙары башлыса ябай кешеләр, ауыл хеҙмәтсәндәре, күршеләр.
Роза Хәмзина әҙәбиәткә йәш саҡтан ғашиҡ. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында «Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәгенә йөрөй. Студент йылдарында төрлө ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа шиғриәт кисәләрендә сығыш яһай. Республика радио һәм телевидение тапшырыуҙарында ҡатнаша, шиғырҙары гәзит-журналдарҙа баҫыла. Журналистика түңәрәгенә лә йөрөй, хикәйә, очерктар конкурстарында призлы урындар менән билдәләнә.
1968 йылда институтты тамамлағас, хаҡлы ялға сыҡҡансы, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары, наградалар менән билдәләнгән педагогия хеҙмәте ветераны, шағирә, Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты Роза Хәмзина ошо көндәрҙә ғүмер байрамын билдәләй. 75 йәше менән ҡотлап, уға күңел түрендәге иң изге теләктәремде еткерәм.