ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
8 Июнь 2021, 12:25

Был дуҫлыҡҡа - 50 йыл

Тундың яңыһы, дуҫтың иҫкеһе яҡшы, ти халыҡ. Был һүҙҙәр бына инде илле йыл дауамында дуҫлыҡтарына тап төшөрмәй татыу ғүмер кисергән Рәшит Таштимеров менән Ремик Пилтоянға тулыһынса тап килә.

Тундың яңыһы, дуҫтың иҫкеһе яҡшы, ти халыҡ. Был һүҙҙәр бына инде илле йыл дауамында дуҫлыҡтарына тап төшөрмәй татыу ғүмер кисергән Рәшит Таштимеров менән Ремик Пилтоянға тулыһынса тап килә.
Улар икеһе лә Венгрияла хеҙмәт итә. Йыл ярым бергә булған хеҙмәттәштәр тап әрмелә саҡта ныҡлап дуҫлашып китә. Грузияның Хачков ауылы егете Ремик Пилтояндың ағаһы Мәләүездә йәшәгән була. Рәшит ағайҙың да Мәләүездән булыуы уларҙы тағы ла нығыраҡ яҡынайта. Демобилизациянан һуң һалдаттарҙың һәр ҡайһыһы үҙ иленә ҡайтып китә һәм бәйләнеш өҙөлә.
Тау менән тау осрашмаһа ла, кеше менән кеше осраша, тигән һүҙҙәргә ышанмау мөмкин түгел. Байтаҡ ваҡыттан һуң ике хеҙмәттәш Мәләүез баҙарында тап булыша. Бөгөн ул хәлде көлөп иҫкә алалар.
- Мин ғаиләле инем инде. Ҡатыным Ғәйшә менән баҙарҙа йөрөп ятһам, Ремиктың ағаһын күреп ҡалдым. Бығаса үҙен күреп белмәһәм дә, төҫкә Ремикка оҡшаған булғас, уны күҙ уңынан ысҡындырмаҫ өсөн баҙар буйлап артынан йөрөнөм. Ул быны һиҙеп ҡалған да, ҡустыһына барып: «Бер егет миңә эйәреп тик йөрөй», - тигән. Дуҫым сығып ҡарағас, мине, әлбиттә, таныны. Шулай итеп беҙ Ремик менән осраштыҡ, - тип хәтерләй осраҡлы хәлде Рәшит Ғилман улы.
Һуңынан улар ғаиләләре менән дуҫлаша башлай. Ике яҡтың да яҡындары менән танышып алғас, бер туғандар кеүек булып китәләр. Ике дуҫтың тыуған көндәре лә йәнәш кенә, Ремик Агасин улы 1950 йылдың 7 июнендә, Рәшит Ғилман улы шул уҡ йылдың 8 июнендә тыуған. Каринэ Нурпет ҡыҙы менән Ғәйшә Кәлимулла ҡыҙы икеһе лә сентябрҙә донъяға килгән. Баҡһаң, уларҙың хатта балаларының тыуған көндәре лә бер айҙа икән.
Бөтә байрамдарҙы бергә ҡаршы ала улар. Һәр милләттең йолаларына ла хөрмәт менән ҡарайҙар.
Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тиһәләр ҙә, Пилтояндар бындағы тормоштарына зарланмай. Бары тик ҡайҙа йәшәһәң дә, тырышып эшләргә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ремик Агасин улы ғүмерен төҙөлөшкә, юл төҙөкләндереүгә бағышлаған.
Уларҙың оло улдары Гарик ғаиләһе менән Ереванда йәшәй, шуға күрә йыш осрашыу форсаты юҡ, күпселек скайп аша аралашалар. Кесеһе Барунак бында төпләнгән. Ул ғаиләле, ҡатыны Лия менән ике ул тәрбиәләйҙәр.
Әңгәмәселәремдең һәр һүҙендә беҙҙең төбәккә һөйөү, милләттәштәргә ҡарата хөрмәт һәм ихтирам ярылып ятһа ла, тыуған илдәре хаҡында һүҙ сыҡҡас, күҙҙәренә һағыш ҡунды. Кендек ҡаны тамған, тәүге аҙым яһалған ер һәр кем өсөн яҡын һәм ҡәҙерле инде ул.
- Үҙ илебеҙҙе ныҡ һағынабыҙ, - тип һүҙгә ҡушыла Каринэ ханым, бер аҙ бойоғоп. Ярай әле яндарында күңелдәрендәге бушлыҡты тултырырлыҡ дуҫтары бар.
Таштимеровтар ғүмерҙәрен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған хөрмәтле яҡташтар. Рәшит Ғилман улы ҡаланың төрлө ойошмаларында етәксе вазифаларҙа эшләгән, район үҫешенә үҙ өлөшөн индергән кеше. Ғәйшә Кәлимулла ҡыҙы менән татыу ғаиләлә ҡыҙҙары Эльза менән улдары Азатҡа тәрбиә һәм белем биргән улар.
- Беҙҙең дуҫтарыбыҙ бик тәртипле халыҡ, эскелек менән мауыҡмайҙар, көн тимәй, төн тимәй тырышып эшләйҙәр ҙә эшләйҙәр, - һүҙҙе дауам итә Таштимеровтар.
Һөйләшеү барышында Пилтояндарға «күп милләтле халыҡ араһында йәшәү нисегерәк?» тигән һорауымды бирҙем. «Ниндәй көй уйнай, шул көйгә бейейбеҙ», - тип яуапланы хужа. Был һүҙҙә мәрәкә түгел, ә тәрән мәғәнә ятыуын самалайһығыҙҙыр, моғайын.
Әҙәм балаһын яҙмыш ниндәй генә тарафҡа илтмәй ҙә, ҡайһы ҡына ҡитғаға ташламай. Был донъяла уны ейер ризығы, эсер һыуы йөрөтә, тиҙәр. Кемдер кендек ҡаны тамған еренә тоғролоҡ һаҡлап ғүмер кисерһә, икенселәргә бөтөнләй сит тарафты үҙ итергә тура килә.
Беҙҙең ҡалаға килеп төпләнгән, уның мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән, төрлө милләт кешеләре менән татыу йәшәгән Каринэ һәм Ремик Пилтояндарҙың да ейер ризығы һәм эсер һыуы тап беҙҙең төбәктә булғандыр, күрәһең.
Читайте нас: