Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
18 Июнь 2021, 14:20

Һоҡланғыс ханым

Юҡҡа ғына кәйеф төшөп, ҡулына эш бармаған саҡ һәр кемдә булалыр. Күп ғазаптар кисергән, ҡатлаулы тормошона рәхмәтле яҡташыбыҙ Миләүшә Ишбулатова кешеләрҙе, ғөмүмән донъяны яратыуы менән хайран ҡалдырҙы. Яҙмыштың ҙур һынауҙарынан һуң да уның ике һүҙенең береһендә “Аллаға шөкөр”, - тип ҡабатлауы әле лә ҡолағымда яңғырап тора.

Ғүмеренең сәскә атҡан осоронда таҡта эшкәртеү комбинатында фажиғәле хәлгә осрай: уңалмаҫлыҡ тән яраһы ала. Тән, күңел яралары төҙәлер өсөн йылдар кәрәк була, һуңғараҡ яҙмыш уны мөмкинлектәре сикләнгән ойошма белгесе Рита Ҡаранаева менән осраштыра. Шул осорҙан ул спорт менән шөғөлләнә башлай. Ҡалала, төбәк-ара, республикала уҙғарылған еңел атлетика, өҫтәл теннисы, саңғы ярыштарында ҡатнашып, күп тапҡырҙар Башҡортостан Чемпионы титулына ирешә. Еңеүҙәр уға күктән ишелеп төшмәй, ихтыяр көсө, ауырлыҡ килгәндә һынмау-һығылмау уны шулай итә. Торараҡ эше лә табыла, өй шарттарында бейәләй, махсус кейемдәр тегә башлай. Аҙаҡтаныраҡ уны цех мастеры итеп ҡуялар, йәмғеһе 12 йыл ошо һөнәр буйынса эшләй. 2010 йылда “Бөркөт” спорт клубының рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. “Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр дүрт стенаға бикләнеп ултырмаһын, үҙен йәмғиәткә кәрәкле итеп тойһон ине”, - ти Миләүшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы. Клуб ағзалары менән төрлө ерҙәргә ял итергә, походтарға йөрөйҙәр, спорт ярыштарында ҡатнашалар. Уның 22 йыл ғүмере инвалидтар ойошмаһы менән бәйләнгән. Тормошта ниндәй кәртәләрҙе генә үтмәһен, Миләүшә тормошта үҙен тапҡан. Ошо көндәрҙә уға “Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Почетлы ағзаһы” тигән маҡтаулы исем һәм миҙал бирелде. Киләсәктә лә уңышҡа өлгәшеп, ҡыуанып йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: