Конгэк
+29 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Июль 2021, 16:18

Көслө ихтыярлы, изге күңелле

Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ерек ауылында тыуып үҫкән, бала саҡтан тыуған еренә ғашиҡ яҡташыбыҙ, гәзитебеҙҙең әүҙем уҡыусыһы ла, ижадсыһы ла Хәлиҙә Шәйәхмәтова күркәм юбилейын билдәләй. Көслө ихтыярлы ханым яҙмыштың ҡатмарлы һынауҙарын лайыҡлы үтеп, ике ҡыҙына күркәм тәрбиә биргән әсә өләсәй булыу бәхетен күреп, шатланып-ҡыуанып йәшәй. Башҡаларҙы ла ижад емештәре менән һөйөндөрә. “Дуҫлыҡ” башҡорт халыҡ театрының алмаштырғыһыҙ үҙешмәкәр артисы. Проза, поэзияһында тыуған яҡҡа, кешеләргә һөйөү яңғыраһа, ғәҙелһеҙлек, етешһеҙлеккә битараф ҡала алмай, тәнҡит, сатира утында көйҙөрә. Тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашып, барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Бөгөн күркәм ғүмер байрамы айҡанлы уға уңыштар , иҫәнлек, бәхет теләйбеҙ.

АУЫЛ ҠЫҘЫ

Мин бит ауыл ҡыҙы, шунда тыуып,
Шунда тәпәй баҫып үҫкәнмен.
Таң әтәстәренә уянғанмын,
Шишмәһенең һыуын эскәнмен.

Йәйге кистә гармун моңо тыңлап,
Йыйылышып ҡапҡа төбөнә,
Күмәкләшеп ҡушылып йырлар инек
Һәр кем белгән ауыл көйөнә.

Йондоҙҙар ҙа миңә яҡыныраҡ
Кеүек ине ауыл күгендә.
Йондоҙ атылғанын ҡарап торған
Саҡтар иҫкә төшә бөгөн дә.

Иң бәхетле сағым үткән икән
Тыуған ауылҡайым Еректә.
Шул саҡтарға ҡайтып ҡына булмай,
Бөтә байлыҡтарың биреп тә.

Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: