ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
6 Июль 2021, 12:00

Ике тырыш бергә килһә, тормоштары гөл була

- Ҡасан да булһа, ошо районда, ошо ауылда йәшәрмен тип уйламағанһығыҙҙыр ҙа, моғайын, - тип һорайым Флүсә Фәнәүи ҡыҙынан, Ҡотошҡа уның йыраҡтан төшкән килен икәнен белеп.

Хаҡ Тәғәлә кешеләрҙе бер уңғанға бер ялҡауҙы, бер сибәргә бер йәмһеҙҙе биреп тигеҙләй, тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнем булһа ла, Ҡотош ауылында йәшәгән Флүсә һәм Гәрәй Ҡыуандыҡовтарҙан бер уңғанға бер уңғанды ла тура килтереп ҡуя икән әле ул, тигән уйҙар менән ҡайттым.
Егәрленең донъяһы тупһаһынан билдәле, тиҙәр, ә минең геройҙарымдыҡы ҡапҡаларын асып инеү менән күренде. Ихаталағы тәртипкә, тирә-яҡты биҙәп үҫкән аллы-гөллө сәскәләргә иғтибар итмәү мөмкин түгел ине.
Әллә ҡайҙан йылмайып, әйҙүкләп торған алсаҡ хужабикәнең үҙе кеүек нурлы, мәрәкәсел, ихлас йорт хужаһы кеүек ҡотло уларҙың йәшәгән нигеҙҙәре.
  • Ҡасан да булһа, ошо районда, ошо ауылда йәшәрмен тип уйламағанһығыҙҙыр ҙа, моғайын, - тип һорайым Флүсә Фәнәүи ҡыҙынан, Ҡотошҡа уның йыраҡтан төшкән килен икәнен белеп.
  • Уның яуабын ишеткәнсе үк, юҡтыр, әлбиттә, тип уйлап ҡуйырға ла өлгөрәм үҙем. Эсер һыуы, ейер ризығы ҡайҙалығын алдан бер нисек тә белә алмай бит әҙәм балаһы. Бигерәк тә, ҡатын-ҡыҙ. Бөрө районының Яңы Яндыҙ ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Бөрө педагогия институтында уҡый.
    Яҡташыбыҙ Гәрәй Мәхийән улы шул ҡалала урынлашҡан техникумда белем алған була. Уларҙың юлдары шунда киҫешә. 1986 йылдың 11 июнендә өйләнешә йәштәр.
    - Ағайығыҙ өҙҙөрөп гармунда уйнай, бик матур йырлай торғайны, - тип йәшлек хәтирәләрен барлай Флүсә Фәнәүи ҡыҙы.
    Ә гармунсыға, йырсыға кем ғашиҡ булмаҫ! Бергә йәшәүҙәренә 35 йыл үтһә лә, ул иренә булған хистәренең бер генә тамсыһын да сайпылдырмай, бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлай алған, шуға ла, ул саҡтарға кире ҡайтһағыҙ, Гәрәй ағайҙы һайлар инегеҙме, тигән һорауыма ике лә уйлап тормай: «һайлар инем»,- тип яуап ҡайтарҙы.
    Энә ҡайҙа - еп шунда, ул ире менән уның тыуған яғына ҡайта. Ҡайта ла, Мәләүез еренә таш булып бата. Тырышып эшләй, балалар таба, ең һыҙғанып донъя көтә. Хәләленең туғандары ла үҙ итә уңған, алсаҡ килендәрен. Шуғалыр ҙа, улар хаҡында үҙе лә бик яратып һөйләй әңгәмәсем.
    Флүсә Фәнәүи ҡыҙы - хеҙмәт ветераны. Ул ҡаланың 3-сө «Хыял» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, 37 йыллыҡ эш стажының 24-е педагогия менән бәйле.
    Сынъяһау донъя хужаһы Гәрәй Мәхийән улы үҙе тыуып үҫкән нигеҙен ҡоротмай, уны төҙөкләндереп ала. Ауыл йорто тип тә әйтмәҫһең өйҙәрен, ундағы шарттар ҡаланыҡынан һис ҡалышмай. Ул да - ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған тырыш кеше.
    Афған һуғышын лайыҡлы үтеп, тормошта үҙ урынын тапҡан Гәрәй ағай ышаныслы тормош иптәше, абруйлы атай һәм олатай булыуы менән бәхетле.
    Ҡыуандыҡовтар ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Айгөл ғаиләле, ул - ҡаланың 15-се «Гүзәл» балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Ире менән Фидалиә һәм Искәндәр исемле сабыйҙар үҫтерә. Рөстәм улдары Себерҙә эшләй.
    - Ҡулдан килгәнсә тырыштыҡ инде, элекке замандарҙа баҫыуҙа гектарлап сөгөлдөрөн дә утаныҡ, - тип һөйләй әңгәмәселәрем. Улар әле лә тик ултырыуҙың ни икәнен белмәй, уңдырып баҡса сәсеп мул уңыш ала, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай.
    Гәрәй ағайҙың «еңгәгеҙ уңған бит» тигән һүҙҙәрен Флүсә Фәнәүи ҡыҙының «ағайығыҙ тырыш, эшһеҙ тормай ул» тигән һүҙҙәренә ҡушып, күңелемә һалып ҡуям да, икең пар килеп, донъя йөгөн тигеҙ тартһаң ғына, тормош алға баралыр ул тигән һығымтаға киләм.
    Тормош шатлыҡлы, уңышлы мәлдәрҙән генә тормай, утыҙ биш йыл бергә йәшәү осоронда Ҡыуандыҡовтарҙың да төрлө саҡтары булғандыр, әммә улар йәшлек хистәрен бөгөнгәсә һаҡлап ҡала алған һәм уртаҡ бәхетте лә үҙҙәре булдырған.
    Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
    Автор фотоһы.
    Автор:Лена Хайруллина
    Читайте нас: