Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
8 Июль 2021, 16:25

Яратҡан эш - ярты бәхет

Аллаһы тәғәлә әҙәм балаһының алдына бушҡа ғына осрашыуҙар, төрлө сәйәхәттәр сығарып ҡуймай. Ҡайһылары беҙҙе ауырлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һынамаҡ өсөн, ә икенселәре, киреһенсә, тормош һикәлтәләрен еңелерәк кисерергә терәк табырға бирелгән кеүек. Өфөлә китапхана колледжында уҡып йөрөгән Бөрйән ҡыҙы Ләйсән Зөбәйерова курсташы менән Мәләүез тарафтарына ҡунаҡҡа ғына килә, ә яҙмыш хозур тәбиғәтле Смаҡ ауылында буласаҡ тормош иптәше Ринат Салауат улы Зөбәйеров менән осраштырып ҡауыштыра.

Бөгөн Ләйсән - ҡаланың һыра заводында етәксенең уң ҡулы, документ ҡағыҙҙарын теркәүсе булып эшләй. “Документ әйләнешен контролдә тотам. Еңел һөнәр түгел, ул түҙемлек, иғтибарлылыҡ талап итә”, - ти ул. Ысынлап та, документтарҙы дөрөҫ итеп тултырыу, етәксең кәрәкле мәғлүмәт һорағанда, “йәлп” иттереп кенә ҡулына тоттороу, һәр ҡағыҙҙың хатаһыҙ теркәлеүе иғтибарлылыҡ, теүәллек талап иткән эш. Ул “ҡағыҙ”ҙарҙа - кеше яҙмышы. Ләйсән Шаһибал ҡыҙы ғаиләһендә хәстәрлекле ҡатын да, булдыҡлы әсә лә. Янғын һүндереүсе булып эшләгән һөйөклө тормош иптәше Ринат Салауат улының һөнәр ҡатмарлығын аңлап ҡабул итә ул. Быйылғы уҡыу йылында ҡыҙҙары Риана уҡырға төшә, тимәк, йәш ғаиләлә күңелле, ҡыуаныслы мәшәҡәттәр артасаҡ.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: