Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
20 Август 2021, 17:49

Рәхмәтле була белһәң, йәшәүе рәхәт

"Эшемде һәр ваҡыт бик яратып башҡарҙым һәм әлдә лә рәхәтләнеп эшләйем. Йөрәккә ятҡан шөғөл бер ҙә ялҡытмай икән ул. “Көнгәк” халыҡ бейеү ансамбле солисы булараҡ сит ил үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәрендә лә ҡатнашырға насип булды. “Райхан” татар вокаль ансамблен 27 йыл етәкләнем, был осорҙа бер нисә тапҡыр алмашынған составты тейешле кимәлгә еткереү өсөн яңынан инеш башына ҡайтырға ла тура килһә лә, иң беренсе булып башлаған һәм әле лә сафта ҡалған Земфира Әхмәтйәнова, Фәрзәнә Иманғолова кеүектәр ярҙамында тағы ла юғарыраҡ күтәрелеп китә инек. Коллектив менән республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеп ҡайттыҡ. Ғөмүмән, ансамблдең һәр бер ағзаһына рәхмәтлемен. Күптәре төп эш араһында шөғөлләнә, бында уҡытыусылар, медицина, китапхана һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре үҙ күңел талабын ҡәнәғәтләндерә, шул уҡ ваҡытта бүтәндәргә рухи ризыҡ өләшә. 2019 йылда “Райхан”дың 25 йыллыҡ юбилей концертын тамашасы бик йылы ҡабул итте. Быйыл тыуған көнөмә бағышланған “Йырлы ғүмер йылдары” тип аталған сарала ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт" - ти 50 йыл ғүмерен сәнғәткә бағышлаған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәреФәнисә Сөнәғәтулла ҡыҙы Яҡупова, йырлы-моңло ғүмерен барлап.

Рәхмәтле була белһәң, йәшәүе рәхәт
Рәхмәтле була белһәң, йәшәүе рәхәт

Фәнисә Сөнәғәтулла ҡыҙы Бүздәк районының Тауҙар ауылында тыуған. Атай-әсәһен ҡыуандырып, тәртипле, тәүфиҡлы, эшһөйәр булып үҫә, уҡыуҙа ла һәр саҡ алдынғы була. Йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ төрлө концерттарҙа әүәҫ ҡатнаша. Атаһы Сөнәғәтулла, әсәһе Рәйсә лә оҫта йырсы, байрам сараларынан ситтә ҡалмай. Әммә ҡыҙ сәнғәт юлын һайлар тип уйламай ҙа улар, сөнки изге күңелле Фәнисә табип булырға һәм бар ауыуырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырырға, кешелекте бөтә сирҙән ҡотҡарырға хыяллана.

Уның яҙмышына ауыл мәктәбенә музыканан уҡытырға килгән үҙ эшенә мөкиббән йәш уҡытыусы йоғонто яһай. Ул йыр, бейеүгә өйрәтеп кенә ҡалмай, иҫ киткес сәнғәт донъяһын аса. Ҡыҙ талантының матур киләсәгенә юл һала, һәләтен үҫтерерә, күңелендә осҡон уята. Бына шул саҡта Фәнисә үҙенең булмышы сәхнә икәнлеген аңлай.

Мәктәптән һуң ике йыл пионервожатый булып эшләгәс, хыялы Өфө сәнғәт училищеһына алып килә. Ситтән тороп уҡығанда Бүздәк балалар музыка мәктәбендә эшләй. Тәрбиәләнеүселәре менән төрлө кимәлдәге сәхнәләрҙе яулай, үҙе лә менән халыҡты һөйөндөрә.

Район-ара алмаш концерт осоронда Бүздәк районының үҙешмәкәр артистары Мәләүез районына килә. Шунда Фәнисә Сөнәғәтулла ҡыҙы иҫ киткес моңло тауышы менән мәләүездәрҙе әсир итә. Уның коллективының юғары әҙерлеген урындағы етәкселек тә баһалай һәм эшкә саҡыра. Күп тә үтмәй, ул Первомай ауыл мәҙәниәте йортонда сәнғәт етәксеһе булып эш башлай. Ул ойошторған башҡорт хоры өс йылдан һуң “Йылдың иң яхшы хоры” номинацияһында ҡала һәм райондың күсмә кубогына лайыҡ була.

Шул осорҙа  Фәнисә Сөнәғәтулла ҡыҙы яҙмышын талантлы музыкант Роберт Яҡупов белән бәйләй. Улар бергә ҡатын-ҡыҙҙар татар вокаль, урыҫ фольклор, балалар бейеү ансамблдәре ойоштороп, дәртләнеп эшләп, ижади үрҙәр яулай. Был коллективтар һәр сараның сағыу биҙәгенә әйләнә, ауылды ғына түгел, районды республика кимәлендә күтәрә. Уңышлы эшләгән һәләтле йәштәрҙе район мәҙәниәт йортона эшкә алалар. Бында эш даирәһе лә, мөмкинлектәр ҙә киңерәк, һәм бәхетле пар бер төптән егелеп, ижад  донъяһына сума. Талант һәм тырышлыҡ һөҙөмтәһе көттөрмәй. Фәнисә Яҡупова етәкләгән башҡорт вокаль ансамбле республика конкурсы һәм фестивалдәрендә еңеү яулай. Коллективтың байтаҡ яҙмалары Башҡортостан радиоһы фондында һаҡлана. Үҙе Фәнисә Сөнәғәтулла ҡыҙы “Ағиҙел” башҡорт эстрада-фольклор ансамбленең алмаштырғыһыҙ солисы булараҡ Ҡурған, Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләрен таң ҡалдыра. Һуңғараҡ район мәҙәниәт йорто нигеҙендә “Райхан” татар вокаль ансамблен ойоштора. Ижади коллектив бик әүҙем эшләй, республика конкурстарында даими сығыш яһап, еңеү артынан еңеү яулай. Оҙаҡламай был коллективҡа ла “халыҡ” исеме бирелә.

Балаларҙы яратҡан, уларҙың мөмкинлектәрен күрә белгән педагог булараҡ бик күп йәш һәләттәрҙе аса ул. 9-сы башҡорт гимназияһы нигеҙендә балалар вокаль ансамбле ойоштора, уҡыусыларҙың һәр береһенең йөрәгенә асҡыс таба, үҙҙәренә ышаныс, дәрт уята ала. Башҡарыу серҙәре менән бергә халыҡ йырҙарының тарихын өйрәнеүгә иғтибар бирә, илһөйәрлек, милли ғорурлыҡ та тәрбиәләй оҫта уҡытыусы. Ул балаларҙың барыһы ла лайыҡлы граждандар булып үҫә, ғүмер юлдарында төрлө һөнәр һайлаһалар ҙа, йыр-моң менән бергә тормошҡа һөйөү тәрбиләгән уҡытыусыларын онотмайҙар. Остаздары эҙенән киткәндәр ҙә бар, уларҙың рәхмәте сикһеҙ. Ул әле лә йәш быуындың һәләтен үҫтереүгә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй, теләктәре булғандар менән шөғөлләнеүен дауам итә.  

"Әлбиттә, тормошом биҙәге, терәгем ғәзиз балаларым тураһында әйткем килә. Ике ҡыҙым һәм улымдың аҡыллы, тәртипле булып, йәмғиәттә үҙ урындарын табып, матур ғаилә ҡороп йәшәүҙәре ижад итеүгә ҙур ярҙам, бөгөн алты ейән-ейәнсәрем дә уңыштары менән һөйөндөрөп, дәрт-дарман бирә. Мин - бәхетле әсәй һәм өләсәй, ғөмүмән, ғәзиз кешеләрем, яратҡан эшем булыуына, тормош һынауҙарын үтергә көс-ҡеүәт биргәненә Хоҙайға рәхмәтем сикһеҙ", - ти Фәнисә Яҡупова, йырлы-моңло ғүмерен барлап.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мәләүез районының Маҡтаулы гражданы исемдәре һәм башҡа наградалар менән хеҙмәте билдәләнһә лә, 50 йыл ғүмерен сәнғәткә бағышлаған ханым өсөн тамашасының алҡыштары һәм уҡыусыларының рәхмәтенән дә ҙурырыраҡ баһа юҡтыр. Фәнисә Сөнәғәтулла ҡыҙының  үҙенең дә кеше йәшәйешен матурыраҡ, мәғәнәлерәк, фәһемлерәк итеүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Киләсәктә лә тирә-яҡҡа нур сәсеп, йәшәүҙән ләззәт, тәм, йәм табып йәшәргә, яңы ижади уңыштар, ҡаҙаныштарға һөйөнөргә насип булһын!

Сөмбөл Үҙәнбаева.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: