Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
27 Август 2021, 15:54

Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң

Һәр ваҡыт йылмайып-көлөп торған Гөлсәсәк Солтанғолованың сибәрлеге күңел матурлығы менән үрелеп, тирә-яҡты нурға күмә. Ул булмышы менән үк тормошто биҙәй, ә гармун телдәренән ағылған моң, сихри тауышы йөрәктәргә дауа, күңелгә шифа бирә, төҫһөҙ генә тойолған тормош, гөл-сәскәгә күмелгәндәй, сағыу төҫтәр менән балҡый башлай. Ошо көндәрҙә ул алтын юбилейын билдәләне. Ҡотло булһын юбилейҙар,Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң.Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менәнҮтһен һәр бер килер көнөң.

Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң

Һөйөклө ҡатыным, әсәйем Гөлсәсәк Исмәғил  ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Беҙ һине бик яратабыҙ, изге күңелең, хәстәрлегең, наҙың, һөйөүең өсөн рәхмәт һиңә. Киләсәктә лә шулай, йорт усағы йылыһын һаҡлап, шатлыҡ-ҡыуаныста, иҫәнлек-именлектә бергә-бергә оҙон мөхәббәтле, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.

Йылдар үтә, тип моңһоуланма,
Гел йәшлектә ҡалһын күңелең.
Шатлыҡтарға күмелеп, беҙҙең менән,
Гөрләп үтһен һинең ғүмерең.
Ғүмерендең ҡәҙерен белеп,
Йәшә әле ерҙә ҡыуанып.
Сәләмәт бул, ҡайғы-хәсрәт күрмә,
Тормошоң гел торһон нурланып!

Ҡотлау менән ирең, улың.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: